Ҡарашар һаҙлығы
Ҡарашар һаҙлығы — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы Вознесенка ауылы эргәһендәге төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, 2005 йылдың 21 июленән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].
Ҡарашар һаҙлығы | |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дыуан ауылы һәм Вознесенка |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠарашар һаҙлығы — тәбиғи ыҙан, 2005 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы. Дыуан районы Вознесенка ауылынан көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 63 га. Йәшел мүкле һаҙ ҡарағайлыҡтар, ереклектәр, ҡайынлыҡтар, шыршылыҡтар һәм болондар комплексынан торған карбонатлы күрән-гипна һәм ҡамыш һаҙлыҡтары. Черношарка й. (Әй й. басс.) инә. Төбәктең сығанаҡтары һәм шишмәләре буйында эзбизташлы туфтар формалашҡан, һыу сығанаҡтары йыуған урындарҙа бәләкәй күлдәр барлыҡҡа килгән. Рельефы убалы. Ландшафы болонло далалар урынында барлыҡҡа килгән урман-далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт
Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Ҡарашар йылғаһына һарҡый. Тәбиғи ыҙан шишмәләре һәм гөрләүектәре буйлап эзбизташ туфтары бар, һәм улар тарафынан йыуылған урындарҙа ҙур булмаған күлдәр барлыҡҡа килгән. Рельефы убалы. Ландшафы болонло далалар берләшкән урында барлыҡҡа килгән урман-далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт[2].
Дыуан урман хужалығына ҡараған Дыуан ауыл участка урман хужалығының 34-се кварталы составында[3].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҮҫемлектәрҙең Башҡортостан Республиканың ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: һаҙ һаҙанағы, ысын кәкүк ситеге, ысын кәкүк ситеге, һаҙ баҙыҡайы, ваҡ мүк еләге, шулай уҡ реликт — тутыҡ схенус үҫә. Мышы һәм ҡабан йәшәй[4].
Тыйыуҙар
үҙгәртергә— һаҙлыҡ массивын киптереү;
— ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;
— торф, һаҙ эзбизташын сығарыу;
— ерҙәрҙе һөрөү;
— мүк әҙерләү, үҫемлектәр йыйыу;
— һаҙ массивында мал көтөү;
— яҙғы-йәйге һунар;
— һәр төрлө төҙөлөш эштәре;
— биләмәнең бысраныуы һәм сүпләнеүе, сүплектәр барлыҡҡа килеүе;
— һаҙлыҡтың кибеүенә, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү шарттары насарайыуына килтереүе мөмкин булған һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.
Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Черношарское болото 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Черношарское болото 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ Ҡарашар һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Черношарское болото 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.