Ҡарауыл сағылы (тау)
Ҡарауыл сағылы — Ишембай ҡалаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан тау һырты һәм Ишембай ҡалаһындағы иң ҙур урман паркы[1][2].
Ҡарауыл сағылы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Тау һырты ҡала йорттарынан 1 километр тирәһе генә алыҫлыҡта, Тәйрүк йылғаһының аръяғында урынлашҡан. Ҡала менән тау араһында 1970-се йылдарҙа сафҡа индерелгән Тәйрүк быуаһы ята[3]. Төньяҡтан Көҫәпҡол ауылы,ә көньяҡтан — Ҡыҙҙар тауы һәм Әбейҙәр тауы араһында ятҡан Смаҡай ауылы — һырттың сиге. Смаҡай ауылын икегә ярып тау йылғаһы Буҙайғыр аға.
Тарихы
үҙгәртергәБик борон замандарҙа был бейек түбәле һыртты Юрматы ырыуы бағауылдары үҙ ерҙәрен сит-яттар, шулай уҡ башҡа ырыуҙар һуғышсыларынан һаҡлау урыны итеп файҙаланған тип фараз итәләр. Һырттың Смаҡай ауылы яғындағы һыртында ҙур ғына мәмерйә лә бар[4].
1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы янында нефть фонтанының урғылыуы был төбәктең тәбиғәтенә кире йоғонто яһай. Иҫке Ишембай һәм Кантон ауылдары араһындағы үтә тәрән Ҡарагүлгә нефть эшкәртеүҙән ҡалған ҡалдыҡтар ағып төшә. Ҡуйы урман менән ҡапланған Ҡарауыл сағылынан машиналарға тейәп ҡырҡылған ағас предпрятиеларға оҙатыла[5]. Шулай итеп, Ишембай — Өфө тимер юлы һалынғансы, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан, бөтә тирә-яҡҡа йәмен бөркөп, күкрәк киреп ултырған Ҡарауыл сағылы яп-яланғас бер тауға әйләнә.
Ошо төбәктә тыуып үҫкәндәр Ҡарауыл сағылына элекке матурлығын ҡайтарыу, уны ҡала халҡының ял итеү урынына әйләндереү хыялы менән йәшәй. 1960-сы йылдарҙа яланғас тауға ағастар ултыртыу эше башлана. Ҡалала йәшәүсе һәр кеше тауҙы элекке хәленә ҡайтарыу өсөн бар тырышлығын һала. Ҡала предприятиелары һәм учреждениелары ғына түгел, ә мәктәп уҡыусылары ла дәрестән һуң Ҡарауыл сағылына ағас ултыртыртыу эшенә тотона.
Ағастар бер аҙ күтәрелгәс,1978 йылда тауҙа саңғы-роллер трассаһы һалына, һуңыраҡ 3 км, 5 км һәм 10 километрға еткән саңғы юлдары ла булдырыла. Шул йылдарҙа ҡалала биатлон спорты киң үҫешә, шуға ла Ҡарауыл сағылығындағы трассалар спортсылар шөғөлләнерлек итеп ҡулайлаштырыла. Ҡарауыл сағылындағы бөгөн урман-паркы ҡала халҡының һәм уның ҡунаҡтарының иң яратҡан тәбиғәттә ял итеү урыны.
Әлеге ваҡытта әйләнә тирәләге ҡалаларҙан, ауылдарҙан профессиональ спорт менән шөғөллөнеүселәр күнекмәләр үткәреү өсөн Ҡарауыл сағылындағы ошо саңғы-роллер трассаһына килә.
Был урман ситендәге паркка Ишембай ҡала Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе Владимир Николаевич Поляков исеме бирелгән.
Ҡарауыл сағылының түбәләре
үҙгәртергәХәҙерге заманда Маяҡ тип аталған түбәһенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 231,3 метр. Шуға ла унан Ишембай, Салауат ҡалалары, Салауат ҡалаһы янындағы химик комбинат корпустары, шулай уҡ Контюковка ауылындағы алтын көмбәҙле мәсет ап-асыҡ күренә. Был түбәлә хәҙер Ишембай телеүҙәге вышкаһы урынлашҡан. Алебастр түбәһе бейеклеге 233,9 м. Һыртта тағы ике ошондай бейек түбә бар (255 һәм 161,8 метр)[6].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Затайрукский лесопарк им. В. Н. Полякова . Яндекс.Народная карта. Дата обращения: 29 май 2012. Архивировано 23 сентябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Никулочкин, Д. В. Вне зоны отдыха : Ишимбай лишится ещё одной берёзовой рощи? // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 11 (14 март). — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
- Никулочкин, Д. В. Тайрукский пруд вернётся к ишимбайцам? : ч. I // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2015. — № 26 (24 июнь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- Словарь топонимов РБ. Китап. Өфө. 2002. 254 бит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов РБ. Китап. Өфө. 2002. 123-сө бит
- ↑ https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Тәйрүк_аръяғы_урман_паркы&action=edit§ion=0&summary=/*%20Преамбула%20*/%20
- ↑ Никулочкин Д. В. Тайрукский пруд вернётся к ишимбайцам? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 1. — № 26. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- ↑ Карта города Ишимбая . Информационный сайт микрорайона Смакаево. Дата обращения: 30 май 2012. Архивировано 23 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Клугман, Т. Житель микрорайона Смакаево украсил гирляндами ёлки . Ишимбай-ньюс. Дата обращения: 27 май 2012. Архивировано 29 июнь 2012 года. 2012 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Никулочкин, Д. В. Вне зоны отдыха : Ишимбай лишится ещё одной берёзовой рощи? // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 11 (14 март). — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.