Ҡарауылтау (Свердловск өлкәһе)

Ҡарауылтау төньяҡҡа ҡушылдығы Шайтан ҡырлаһының (иң бейек нөктәһе) төньяғында Подволошный ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Урта Урал. Уның бейеклеге 2 м км төньяҡтан көньяҡҡа һөртөлә 486,4

Ҡарауылтау
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 486,4 метр
Карта

XX быуаттың 30-сы йылдарына тау түбәһендә урманды янғындан һәм рөхсәтһеҙ киҫеүҙән һаҡлау өсөн күҙәтеү вышкаһы торған. Ҡарауыл хеҙмәте атамаһынан Ҡарауылтау исемен алған. Ә күптән түгел тау түбәһенә телекоммуникация вышкаһы ҡуйылды. Ҡаяларҙы эҙләгәндә вышка ориентир ролен үтәй.

Тау ҡуйынында кварцит — динас ҡыҙыу утҡа сыҙамлы изделиелар (кирбес) етештереүҙә ҡулланылған сеймалдың сифатлы ҙур ятҡылығы табыла. 1929 йылда Первоуральск ҡалаһы янында динас заводына нигеҙ һалына. 1932 йылдан тауҙың көнсығыш битләүендә динас заводы, ә тау эсендә —кварцит сығарыу руднигы эшләй башлай. Кварцит тәрән карьерҙа сығарыла.

Эргәһендә Динас ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Әлегә тиклем ҡасабала шул дәүерҙән ҡалған иҫке ағас барактарҙы күрергә мөмкин.

Хәҙерге ваҡытта ул «Динур» ААЙ-е булараҡ билдәле

Әйтер кәрәк, «динас» һүҙе Англиялағы (Көньяҡ Уэльста) тау исеменән алынған. 1822 йылда инглиз кешеһе Юнг тәүге тапҡыр шул тауҙағы кварциттан металлургия мейестәренең эске ҡатын көпләүгә яраҡлы ҡыҙыу утҡа сыҙамлы кирбестәр етештерә башлай.

Тау түбәһендә формаһы һәм тоҡомдоң төҫө өсөн Ҡара бармаҡ тип аталған ҡая бар. Уның эргәһендәге башҡа эрерәк ҡаялар исемһеҙ. Уларында оҙонлоғо яҡынса 10 метрлыҡ ҙур булмаған кварцит мәмерйә бар.

Ҡарауылтау һәм башҡа кәҫтаҡталарҙан (отвалы) алыҫ күренештәр асыла. Черемша ауылы күренә. Волчиха тауы яҡшы күренә, эргәлә Чусыу йылғаһы аға. Яҡында экология кире тәьҫире менән билдәле Урта Урал баҡыр иретеү заводы (СУМЗ) урынлашҡан. Шуға ла Ҡарауылтауҙа үлән юҡ тиерлек, фәҡәт сибек ҡайындар ғына тора. Ә тау итәгендә хатта үле участкаларҙы ла күреп була.

Ҡарауылтауҙы ваҡытында Рәсәйҙең бик күп арҙаҡлы кешеләре килеп күрә һәм тәьҫораттарын китапта тасуирлай. 1882 йылдың йәйендә бында граф Сергей Александрович Строганов, ә 1890-сы йылдарҙа П. В. Сюзев килгән.

«Дачаның көньяғында, Белембайҙан 14 саҡрым алыҫлыҡта, мөһабәр Ҡарауылтау һуҙылған. Йыш ҡына 300 футҡа тиклемге аҫылынып торған яланғас кварцит, шулай уҡ ҡайһы берҙә бик хикмәтле формалы ҙур таш һәм ҡая өйөмдәре урынға ҡырағай, шуның менән бергә хикмәтле төҫ бирә. Ҡаялар һәм йәш урмандар араһында ара-тирә күренгән кипкән колонналарҙы хәтерләткән йөҙйәшәр ҡарағастар Уралдың шуға оҡшаш күренештәренең үҙенә генә бер төрлө булыуын күрһәтә. С одной из вершин Караульной горы открывается прелестный вид на огромное пространство, при чем видны заводы: Билимбаевский, Шайтанский и Ревдинский с окружающими их селениями…»

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.