Ҡарат (йыр, риүәйәт)
Ҡарат — башҡорт халыҡ йыры.
ҠАРАТ | |
Башҡарыусы |
Абдулла Солтанов, |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
2:50 |
Тарихы
үҙгәртергә“Ҡара ат” йырында башҡорт тарихында булған тетрәнгес ваҡиға һөйләнә. Йыр 1963 йылда Маҡар (хәҙерге Ишембай) районында БДУ студенттары тарафынан яҙып алынған (“Башҡорт легендалары”, 1969), тарихы менән “Башҡорт халыҡ ижады“ йыйынтығында (1974, 71-се бит) баҫылған.
Риүәйәт буйынса, Ырымбур генерал-майоры башҡорттарҙың тимерселек эшенә ҡаты тыйыу һала. Яманһары ауылынан (Көйөргәҙе районы) туғыҙ тимерсе йылға буйына төшөп (әле лә Туғыҙ тимерсе ауылы бар), 30 мең уҡ эшләй. Ғәбделнасир һәм Ишмәкәй тигән уҙамандар майорға ҡаршы ихтилал күтәрергә йыйына.
Батша ярандары халыҡтың йәшерен рәүештә уҡ-һаҙаҡ эшләүен белеп ҡала һәм, 120 башҡортто тотоп, Мәләүез зинданына яба. Ырымбурҙа уларҙы ҡотҡарырға уйлап йөрөгән Ғәбделнасир менән Ишмәкәй иғлан ишетеп ҡала: “Әгәр башҡорттар атаманға лайыҡлы саптар ат тапһа, ҡулға алынған башҡорттарҙы иреккә сығарабыҙ”.
Ишмәкәй бәйгегә үҙенең бер ҡасан да ал бирмәгән ҡара атын сығара. Шарт буйынса, аттар 13 саҡрым ярышырға тейеш. Дүртенсе әйләнештә Ҡарат артта ҡала. Атаман яҡлылар шатлана башлай. Шул саҡ халыҡтың зар тулы һулышын, ынтылышын тойоптор, Ҡарат алға сыға һәм халыҡты язанан, үлемдән ҡотҡара.
“Ҡара ат” йырының көйөргәҙеләр хәтерендә айырыуса ныҡлы һаҡланыуы аңлашыла. Был яҡта тыуған булыуы ла, ваҡиғалар, урын, ер-һыу менән бәйлелеге лә йыр мөхитен тотороҡло итә. Көйөргәҙелә яҙып алынған йыр варианты көйө менән дә, һүҙҙәре менән дә яңы, һирәк ишетелгәндәрҙән булды [1]
Риүәйәте
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Был мәҡәләлә йәки бүлектә өҙөмтәләр күп йәки улар бик оҙон. |
Халыҡ араһында таралған легендаларҙың береһе. Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. авторлығында VI класс өсөн төҙөлгән «Тормош һабаҡтары» дәреслеге буйынса килтерелгән риүәйәт (Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): — Өфө: Китап, 2009. — 192 бит).
«Ырымбур ҡалаһынан бер генерал-майор биш башҡорт уҡсыһын саҡырған. Генерал быларҙың мәргәнлектәрен һынамаҡсы булған икән. Атып, сәпкә тейҙерергә ҡушҡан. Сәп итеп урман эргәһендәге ҡайынды һайлаған. Башҡорттар ҡайында билдәләнгән ергә атҡан. Быларҙың мәргәнлегенә ышанғас, майор: — Һеҙҙең уҡтарығыҙ егерме биш кешене үтәнән-үтә ата ала. Шуның өсөн башҡорттар араһында уҡ башы эшләй торған тимерселәр булмаҫҡа тейеш, — тигән. Үҙенең фарманын башҡорт ауылдарына таратҡан. Ошонан һуң башҡорттар уҡ баштарын бик йәшереп кенә эшләй башлаған. Ырымбур яғында Яманһары тигән ауылдан туғыҙ тимерсе йылға буйындағы әҙәм аяғы баҫмаған урында утыҙ меңдән ашыу уҡ башы яһай. Хәҙер ул йылғаны сТуғыҙтимер',-тип атайҙар. Шул уҡ ваҡытта Ғәбделнасир менән Ишмәкәй тигән ике кеше йәшерен йыйын йыя. Улар генералдың фарманына ҡаршы баш күтәрмәксе була. Был турала Түбәнге Троицкиҙан генерал Килмәков ишетеп ҡала, Ырымбур генералы алдында ярамһаҡланып, ялыу хаты ебәрә. Бер аҙҙан полицейскийҙар килеп, был серҙе аса. 120 башҡортто ҡулға алып, Мәләүезгә килтерәләр. Ер аҫтындағы төрмәгә ябып та ҡуялар. Ғәбделнасир менән Ишмәкәй: «Беҙҙең арҡала ғәйепһеҙҙәр ҙә ҡулға алынды. Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк ине», — тип һөйләшкән. Ғәбделнасир, рөхсәт алып, Ырымбурға китә. Барһа, иғлан күреп ҡала: «Әгәр башҡорттар беҙҙең атаманға оҡшарлыҡ йүгерек ат тапһа, ҡулға алынғандарҙы ҡотҡарабыҙ», — тип яҙылған була унда. Ғәбделнасир был хаҡта Ишмәкәйгә әйтә. Ишмәкәй: — Дуҫтар хаҡына Ҡаратты йәлләмәйем инде, — тигән. Атаманга Ҡаратты алып баралар. Тегенеһе эс тырнап көлә, ти: — Әйҙә инде, ярыштырып ҡарағыҙ. Минең ике йүгерегем бар. Әгәр түңәрәк майҙанды ун өс тапҡыр уратып, алға сыға алһа, дуҫтарығыҙҙы ҡотҡарабыҙ. Ярыш башланған. Сабыштың дүртенсе түңәрәгенә сыҡҡас, Ҡарат артта тороп ҡала. Атаман яҡлылар ҡысҡырыша-ҡыуана башлаған. Башҡорттар ҙа ҡарап ултырған был сабышты. Араларында сәсән дә бар икән. Алға ынтыл, һай, ҡара атым, Елберләтеп ялбыр ял осон. Аяма ла йәнең, һай, Ҡаратым, Йөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн. Алдан ғына саба, алды бирмәй, Начальник та майор аттары. Күҙҙәрен дә тегәп Ҡара атҡа, Әжәл көтә башҡорт ҡарттары. Аяғыңды, Ҡарат, ер тотамы? Әйҙә, ынтыл, бирмә алдарҙы. Йөҙ егерме башҡорт күҙ йәш түгә Ағыҙма, тип, беҙҙең ҡандарҙы. Һуңғы түңәрәкте әйләнгән саҡта, Ҡарат ҡапыл алға ынтыла һәм генерал аттарын артта ҡалдыра. Баштары иҫән ҡалған башҡорттар ҡыуаныстарынан Ҡаратты ҡосаҡлап илайҙар. Ғәйрәт теләй башҡорт Ҡаратҡа, Ҡан-йәш түгә йәше-ҡарттары. Ҡанатлы ҡош кеүек Ҡарат саба, Артта ҡала майор аттары. Әйтер һүҙҙәремде әйтә алманым, Күҙҙәремә йәштәр тулғанға. Һырттарыңдан һыйпап үҫтергәндәр Йүгерерҙәй һының булғанға. Ҡараттың уҙып китеү шатлығы шул тиклем оло була, Ишмәкәй дуҫтарының ҡотолоу шатлығынан ни эшләргә белмәй. Тик атаман атты алырға килгәс, ҡапыл бөтә шатлыҡ һыпырып алғандай юҡ була. „Ысынлап та, Ҡарат бит хәҙер уныҡы!“ тигән бошонҡо уй зиһенен ярып үтә уның. Бер атына ҡарай, бер дуҫтарына. Дуҫтары, үҙҙәрен ғәйепле тойғандай, баштарын түбән эйә. „Был тиклем ҙур ҡыуаныс өҫтөнә ҡара һором һирпмәйем әле“, — тип уйлай ҙа Ишмәкәй, ҡиәфәтенә, йөҙөнә көрлөк сығарып, атының артынан һөйөп: „Мин һине барыбер ҡотҡарам!“ — тип шыбырлай ҙа теҙгенде атаманға тоттора. Ғәбделнасир менән икәүһе, һүҙ ҡуйышып, бер ҡара төндө атты барып урлайҙар ҙа Әбйәлил яҡтарына оҙаталар. Аттың юғалыуын белгәс тә, атаман Ишмәкәйгә кеше ебәрә. Тентейҙәр, тирә-яҡ ауылдарҙан эҙләп сығалар, хәйлә менән бәйге ойошторалар… Әммә Ҡарат эҙһеҙ ғәйеп була. Ул ваҡиға онотолоп, донъя әҙерәк һил булғас, Ишмәкәйҙең Ҡаратта һыбай йөрөгәнен күрәләр. Ә йөҙ егерме башҡорттоң яҙмышы хәл ителеп, аттарҙы сабыштырған яланды хәҙер Ҡарат яланы тип йөрөтәләр.»Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. авторлығында VI класс өсөн төҙөлгән «Тормош һабаҡтары» дәреслеге
|
Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы яҙып алған вариант буйынса ҠАРА АТ тарихы
«Юрматы ауылында Әмәкәс тигән һунарсы булған, ти. Был һунарсы бик мәргән, бөтә тирә-яҡ ырыуҙа дан алған, ти. Уның бер ҡара аты була. Ул ат бөтә Иҙел, һәләүек, Ашҡаҙар, Үҙән, Нәгеҙ, Юшатыр буйҙарында йәшәгән ырыуҙар араһында дан алған йүгерек булған, ти. Берҙән-бер көн был Әмәкәс һунарсылар менән бергә ауға сыҡҡанда ил аралап сыҡҡан батша ғәскәренә осрағандар. Ғәскәрҙе күргәс, былар ҡурҡышып киткәндәр, ти. Ғәскәр башлығы егеттәрҙең уҡ-һаҙаҡтарын ҡарап бик ҡыҙыҡһынған да, быларҙың һәнәрен күреү өсөн бергә ауға тотонғандар, ти. Быларҙың алдына ике аҡ кейек килеп сыҡҡан, ти. Береһен күмәкләшеп, ҡамап, төрлө яҡтан атҡалап яралағандар. Икенсеһе ҡасып, ҡая башына менгән дә, ҡалған аҡ кейекте көткән һымаҡ ҡырлап, уранғылап йөрөй икән, ти. Әмәкәс ҡара атына менә һалып, кейек артынан сапҡан, ти. Уның артынан иптәштәре, батша ғәскәрҙәре лә сабып ҡараһалар ҙа, текә ҡаяны артыла алмай, күҙ яҙып ҡалғандар, ти. Былар ҡая битендә ҡарап торғандар. Әмәкәс кейекте шыр урманға индермәй уратып ҡая һыртына таба әйләндереп алып килеп үткәндә, былар, ҡош үткән шикелле гөж иткән тауыш ишетеп, ҡая өҫтөнә ҡарағандар, ти. Ул арала ҡара аттың баҫып китеүенә сатнаған ҡая ташы ватығы тау һелкетеп килгәнде күреп, саҡ ҡасып ҡотолғандар, ти. Әмәкәс кейекте һаҙаҡ менән атып йығарлыҡ яҡынлаһа ла, тереләй тотоу өсөн ҡамап туғайға алып төшкән, ти. Кейек сабып барып Иҙел ятыуына төшөп аша йөҙөп сығырға ынтылғанда, Әмәкәс төшөп урталыҡҡа ла еткермәй ҡороҡ һалып аҡ кейекте һыу уртаһында ноҡталап алған, ти. Кейекте кире алып сығып, ат ҡойроғона һалып, иптәштәре янына алып ҡайтҡан, ти. Быны күреп, батша ғәскәрҙәре таң ҡалған. Батша ғәскәре башлыҡтары Әмәкәстең атын алышып һорағандар, Әмәкәс бирмәгән, дошман күҙе төштө, тирле ат күҙһенер тип, аҡ сәкмәне менән ябып ҡуйған, ти. Яҡшылыҡ менән һорап бирмәгәс, арала һуғыш киткән. Батырҙарҙың күбеһе ҡырылған. Әмәкәсте атып йыҡҡандар, ул аттан ҡолап, шунда үлеп ҡалған, ти. Ғәскәр, атты ҡыуып, ауылына барған, ат тоттормаған, ~далала ҡасып йөрөгән. Халыҡты туҡмап тоторға ҡуша башлағандар, ти. Халыҡ быға түҙмәгән, бөтә ырыу атҡа менгән. Ҡара атты бирмәйбеҙ, ҡанға-ҡан, бысаҡҡа-бысаҡ, тип яу аскандар, ти. Арала ҙур һуғыш булған, батша ғәскәрҙәрен ҡыуғандар, ти. Был хәбәр губернаторға барып еткән. Ҡара аттың даны бөтә түрәләр араһына таралған, ти. Берҙән-бер көндө Өфөнән бик күп ғәскәр менән бер генерал килгән дә: „һеҙ бола ҡуптараһығыҙ икән, ерегеҙҙе межаларға килдем, артыҡ ерегеҙҙе мишәрҙәргә, типтәрҙәргә, рус крәҫтиәндәренә киҫеп бирәм“, тип ғауға һалған, ти. Болала етәксе булған 120 башҡорт батырын тотоп бығаулап алған, ти. Халыҡ бик ҡурҡышҡан, үҙҙәренең старшиналары үтә бүләктәр биреп эште көйләргә) уйлағандар, ти. Күп малдар түгеп һыйлағандар, алда йөрөү өсөн батша яҡлы тархандарҙы яллағандар, аҙаҡ сиктә килгән янарал халыҡҡа: „Бына минең ике йүгерек атым бар. Был аттар батшалар бәйгеһендә лә уҙып йөрөнөләр. Шул аттарҙы уҙырлыҡ ат табып бирһәгеҙ, ерҙәрегеҙҙе лә, батырҙарығыҙҙы ла ҡотҡарып ҡалдырам“, — тип әйткән, ти. Халыҡ ат-хат еткән ерҙән йүгерек аттар саптырып, ҡара атты ла мендереп, губернатор аттары менән сабырға ебәрергә булғандар. Аттарҙы турыға ебәреп саптырһа, шомлоҡ булыр тип, түрәләр туғайҙа урап сабыу өсөн һыҙыҡ һыҙғандар, ти. Аттар саба башлағас та губернатор аттары ал бирмәй йөрөгәс», халыҡ бик ҡурҡҡан, ти. Ҡара аттан бүтән башҡорт аттары ике әйләнгәс тә, эйәрә алмағас, һыҙыҡтан сығарылып ташланған, ти. Өс ат саба башлаған. Ҡара ат өсөнсө йөрөгәс, халыҡ йәнен ус төбөнә тотоп ҡан ҡалтырап: «Ай, ҡара ат, малҡай!., аяғыңды ер тота микән ни?.. Алдындан ҡаяла уйнаған аҡ кейек тә ҡотола алмай торғайны, тырыш, малҡай!., һиңә 7—8 ырыу күҙ текәп ҡарап тора бит!..» тип әйтеп, ул үткәндә, кәпәс менән бәреп ҡала инеләр, ти. Сәсән йырсылар ҡара атҡа ҡарап: Аяма ла йәйең, һай, ҡара атым, Йөҙ егерме батыр ҡаны өсөн. Алдан ғына саба, алын бирмәй, Янарал да майор аттары, Күҙҙәрен дә текәп ҡара атҡа, Әжәл көтә башҡорт ҡарттары. Аяғыңды, ҡара ат, ер тотамы, Әйҙә ынтыл, бирмә алдарҙы. Йөҙ егерме башҡорт ҡан-йәш түгә, Ағыҙма тип беҙҙең ҡандарҙы, — тип йырлап, ҡара атҡа көс биреп, һөрән һалып ҡалған халыҡты күргәс, ҡара ат бахыр күҙҙәренә ҡан һауҙырып, ауыҙлыҡты тешләп, ҡолағын ҡайсылап, атҡан уҡ төҫлө алға ынтылып сабып киткән, губернатор, янарал аттарын тыны менән тартып алған һымаҡ ҡыуып еткән, ти. Халыҡ, шатланып, тәкбир ҡысҡырған, ҡара ат йырып алға сығып та киткән, ти. Йырсы сәсәндәр, шатланып: Ғәйрәт теләй башҡорт ҡара атҡа, Ҡан-йәш түгеп йәш һәм ҡарттары. Ҡанатлы ҡошмо ни, ҡара ат саба, Артта ҡала майор аттары. Әйтер һүҙебеҙҙе әйтә алмайбыҙ, Күңелебеҙгә шатлыҡ тулғанға, һырттарынан һыйпап беҙ һөйәбеҙ, Ҡара ат уҙып алда килгәнгә. Шулай итеп ҡара атты бүләк итеп, йөҙ егерме батырҙы ҡотҡарып, ҡара атты бер ҡуналҡа ергә саҡлы оҙатып ергә ятып илап ҡалғандар, ти. Ҡыш үткән, яҙ булып, боҙ китә башлаған. Бөтә туғайҙарҙы ҡаплап Иҙел, Үҙән, һәләүек, Нөгөш ағып ятҡанда, таң ҡыйылып килгән миҙгелдә йоҡола ятҡан батырҙарға ер йыртып сығырап кешнәгән ат тауышы ишетелгән, ти. Халыҡ, әллә көтөүҙе бүре-маҙар баҫып, айғырҙар һыҡырай микән, тип һиҫкәнеп киткән. Батырҙар йыйылып тыңлай башлағандар, ти. Ат кешенләү тауышы ҡабатланған, халыҡ ҡара ат кешенләүе булырға кәрәк, тип тауыш килгән ырайға табан барғандар, ти. Барһалар, Әмәкәс ҡәбере янында сапсынып ҡара аттың торғанын күргәндәр, ти. Халыҡ: — Ҡара атҡай!.. Әмәкәс батырың ҡайта алмаҫлыҡ донъяға китте бит! Ярар, йөҙ егерме батырҙы үлемдән, илде ҡанға батыуҙан ҡотҡарҙың. Илде тартып, илде һагынып ҡайтҡанһың икән, хәҙер беҙҙә һине ырыу йүгереге итеп тоторбоҙ, ил батырына бүләк итеп бирербеҙ. Ҡабат дошманға ҡол итмәбеҙ, — тип ҡара атты көтөүҙәренә ебәргәндәр, ти…"Буранғолов М.Б 83 Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 352 бит)
|
Йырҙың тексы
үҙгәртергәЙырҙың тексы
Ынтыл ғына ынтыл, әй, ҡара атым,
Елберҙәтеп ҡырас ял осоң.
Аяма ла йәнең, әй, ҡара атым,
Йөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн.
Аяғыңды әллә ер тоттомо,
Ни булды икән беҙҙең ҡара атҡа?
Күҙҙәренә ҡарап зар илаша
Йөҙ егерме башҡорт ҡара атҡа.
Алдан ғына килә, алдан елә
Начальник тә майор аттары.
Күҙҙәрен дә текәп ҡарап тора
Йөҙ егерме башҡорт ҡарттары.
Ҡара ат. 1963 йылда БДУ студенттәры тарафынан Маҡар районында (хәҙерге Ишембай районы) яҙып алынған вариант. «Башҡорт легендалары» (Өфө, 1969) китабынан алып бирелде.
Салауат яуы баҫтырылғандан һуң, ҡайһылыр ауыл халҡы, батша ғәскәренә тотҡон ҡалған йөҙ егерме башҡортто ҡотҡарып ҡалыу өсөн, ниндәйҙер түрәгә тирә-юндә даны таралған ҡара атты биргән ти. Йырҙа бына шул турала һуҙ бара. (Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Башҡортостан китап нәшриәте, 1974 йыл).
Нотаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
- Б 83 Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): VI класс өсөн дәреслек. 4-се баҫма. — Өфө: Китап, 2009. — 192 бит.
ISBN 978-5-295-04615-5, УДК 30(075) = 512.141 ББК 60я71(2 Рос = Баш)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кара ат 2021 йыл 13 ғинуар архивланған.