Ҡаратабан

Силәбе өлкәһендәге күл

Ҡаратаба́н — Силәбе өлкәһенең Эткүл районы составына ингән Ҡаратабан ауыл биләмәһендәге күл [2]

Ҡаратабан
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡаратабан күленең географик координаттары: киңлеге - 54°40′41″N (54.678062), оҙонлоғо - 61°40′52″E (61.681157)

Күлдең төньяҡ һәм көнсығыш ярын буйлап исемен унан алған Ҡаратабан ауылы урынлашҡан.

Көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш яры яғынан Кесе Һарыкүл, Горькое һәм Моховое күлдәре ята.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күлдең рәүеше түңәрәк, һыуы сөсө, ағып сыҡҡан сығанаҡтар юҡ. Яр буйы ландшафты тигеҙлек. Күлдә ылымыҡтар күп түгел, әммә урыны-урыны менән, бигерәк тә көньяҡ өлөшөндә яры бер аҙ һаҙмырт һәм ҡамыш, күрән менән ҡапланған.

Табан һәм карп балыҡтары үрсей.

Ярҙары тигеҙ һәм һөҙәк, ҡомло. Көньяҡ яры һаҙлыҡлы. Төньяҡ яры буйлап Грознецк ҡасабаһына юл һалынған, төньяҡ-көнсығыш ярынан 0,6 км. алыҫлыҡта Силәбенән Октябрьскоеға 75К-012 автомобиль юлы үтә.

Күлде шәхси эшҡыуар файҙаланыуға алған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күлдә әлеге көндә лә табан балығы күп, шуға балыҡсылар бынан өҙөлмәй. Ҡаратабан тип аталыуы ла ошо балыҡтың ҡара төрө менән бәйле булыуы шикһеҙ тип уйларға була, йәғни ҡара һәм табан тигән ике һүҙҙән тора, һәм күл атамаһы балыҡ исеменән булыуы тәбиғи ҙә[3].

Силәбе өлкәһе топонимикаһын өйрәнеүгә күп көс һалған һәм үҙенең эҙләнеүҙәрен китаптарҙа баҫтырып сығарған Шувалов Николай Иванович күл атамаһы Ҡаратабан тигән башҡорт ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал тигән фараз әйтә[4][5] Әммә был фараз күл исеме килеп сығыу йәһәтенән бик үк ышаныс уятмай.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Каратабан [1].
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 291-се бит
  4. Шувалов Н. И. Дуван-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 291-се бит
  • Шувалов Н. И. Дуван-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [2](недоступная ссылка)