Ҡарас менән Аҡса — эпос, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы. Шиғри‑сәсмә һәм сәсмә формаларҙа йәшәй.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр XIX быуаттың 1‑се яртыһында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Наурыҙ ауылы (хәҙер Башҡортостандың Учалы районы) Ғүмәр Күкбирҙин тарафынан Ғәбделғәзиз Наурыҙовтан яҙып алына, был яҙма Ғ.Ф.Вилданов тарафынан уның “Башҡорт ҡашҡалары” (1925) хеҙмәтенә индерелә. “Ҡарас сәсән” һәм “Ҡарас батыр” исемле варианттары М.А.Буранғолов һәм Ә.М.Сөләймәнов тарафынан яҙып алына[1].

Ҡарас сәсән — Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған риүә­йәттәргә ҡарағанда, XVIII быуаттың урталарында йәшәгән сәсән һәм батыр. Хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан.

Эпоста Ҡарастың Аҡса батыр мкнән әйтешеүе ауыҙ-тел әҙәбиәте традицияларына хас булған 3 өлөштән тора: әхлаҡи яҡтан дошманды юҡҡа сығарыу маҡсатында уға мөрәжәғәт итеү, ҡорал менән “һөйләшеү” — кәрәк ваҡытта ул уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаһын өсөн монолог-үтенес, еңелгән дошманды маҡтау.

Башҡорт халыҡ ижады йыйынтығындағы вариантта ҡаҙаҡ батырының исеме Аҡша тип бирелә.

Халыҡ телендә Ҡарастың сәсәнлегенә һәм батырлығына бәйле шундай легенда йәшәй: берҙән-бер көн Аҡса батыр етәкселегендә йөҙләгән ҡаҙаҡ барымтасылары быларҙың Ҡарас сәсән йәйләүен баҫып, малдарын ҡыуып алып китә[2]. Утыҙлап һыбай менән Ҡарас хан барымтасы­ларҙы ҡыуа сыға. Ҡыуып килгәнде күреп, ҡаҙаҡтарҙың өсәүһе айырылып артта ҡала, ҡалғандары мал менән китә. Ҡыуып барып, тауыш етерлек ергә еткәс, Ҡарас батыр ҡаҙаҡ батыры Аҡсаға үҙен танытып өндәшә, йылҡыларҙы ташлап китергә ҡушып, Аҡша менән ҡапма‑ҡаршы әйтешә. Аҡса бәхәсте тыныс юл менән хәл итеү тәҡдименән баш тарта. Шунан Ҡарас батыр менән Аҡса батыр уҡ атышырға булалар, һәм икеһе ике арҡаға менеп баҫа. Ҡарас, үҙенең мәргәнлеген белдерер өсөн, тәү башта Аҡсаның уҡ һауытын ҡыйрата ата, ә уның үҙенә атҡан уғын һауала саҡта тотоп ала ла ҡалъянына һала[2]. Һуңынан шул уҡ менән Ҡарас сәсән Аҡса батырҙы атып йыға; малдарын һалдырып алғас, батырҙар йолаһы буйынса, Ҡарас уны ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ерләй. Был башҡорт халҡының хатта үҙ дошманына ҡарата ла оло ихтирамы һәм кешелеклелеге сәсән йөҙөндә асыҡ һынландырылыуын күрһәтә.

“Ҡарас менән Аҡса” эпосында барымта ғәйепләнә. Риүәйәт был ваҡиғаны 1750 йылдарға ҡайтарып ҡалдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә