Ҡарамүрсәл
Ҡарамүрсәл (рус. Ҡарамүрсәл, төр. Karamürsel, бор. грек. Πραίνετος, Praenetus) — Төркиәнең Ҡожаэли провинцияһындағы ҡала һәм район.
Ҡарамүрсәл | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡожаэли |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Измитский залив[d] |
Халыҡ һаны | 56 604 кеше (2018) |
Городское население | 25 437, 29 353, 36 466, 46 132, 47 196, 47 172, 47 433, 53 033, 54 225, 55 169, 55 895, 56 404, 56 604, 57 557, 58 412, 9144, 12 227, 13 498, 15 174, 20 571 һәм 58 936 |
Сельское население | 30 398, 19 155, 12 365, 4754, 4791, 5329, 5188, 23 622, 22 531, 21 564, 26 461 һәм 28 030 |
Географияһы
үҙгәртергәҠала провинцияның мәркәз ҡалаһы Измиттән яҡынса 30 саҡрым көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Район провинцияның көньяҡ-көнбайышында Мәрмәр диңгеҙ ярында урынлашҡан. Ул көнсығыштан — Гөлжүк, көньяҡтан — Бурса провинцияһы, көнбайыштан — Ялова провинцияһы һәм төньяҡтан Измит менән сиктәш. D-130 магистрале Измит ҡалаһынан Ҡарамүрсәл аша, башлыса яр буйынан үтә. Саманлы Дағлары тауының бер өлөшө һәм һыуһаҡлағыс көньяҡ төбәгендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәВизантия осоронда Пренет (Πραινετός) булараҡ билдәле булған.
Ҡарамүрсәл шулай уҡ төрөк флоты өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тап бында 1323 йылда Осман империяһы тәүге тапҡыр диңгеҙгә сыға башлай, шуның менән бергә көнсығыш Урта диңгеҙ буйында бер нисә быуат дауамында өҫтөнлөк тотҡан Осман флоты өсөн нигеҙ һалына.
Ҡарамүрсәл ҡулдан үрелгән емеш-еләк кәрзиндәре менән дан тота. Тыштан бәләкәй күренһә лә, ул бик һыйҙырышлы булыуы менән билдәле.
1912 йылда ҡалала йәшәгән:
Гректар — 19 732 чел.
Төрөктәр — 5 000 чел.
Әрмәндәр — 2 875 чел.[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ George Sotiriadis: An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
Һылтанмалар
үҙгәртергәБыл Төркиә тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |