Ҡараморон (һырт, Ырымбур өлкәһе)
Ҡараморон (перевод на рус. «Чёрный нос»)— Көньяҡ Уралдағы Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районынан төньяҡҡа, Башҡортостан сигенә табан һуҙылып киткән һырт.
Ҡараморон |
Атамаһы «ҡара» һәм «морон» һүҙҙәренән алынған, сөнки һырттың бер өлөшө ситтән ҡарағанда кеше танауын хәтерләтә. Рус теленә уны «Чёрный нос», «Нос-гора» тип тәржемәләйҙәр.
Тау һырты Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында Кондуровка ҡасабаһынан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Һырттағы тауҙар: Ҡоромуйын,Ҡараморон һ.б.
1936 йылда палеонтолог В. Е. Руженцев Ҡараморон һыртының көньяҡ битләүендәге үҫемлектәр донъяһын ентекләп өйрәнеп, уның пермь системаһының һаҡмар ҡатламына ҡарауын дәлилләй.
Тау халыҡ-ара стратиграфик әһәмиәткә эйә. Ул тәбиғи геология һәм ландшафт ҡомартҡыһы.
Көнсығыш һырт менән Ҡоромуйын тауы тығыҙланған эбизташ ҡатламдарынан (плиталарынан) тора. Эзбизташ менән ҡомташ аралаш барлыҡҡа килгән тау тоҡомоноң көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш киҫелеше — һаҡмар ҡатламының (ярус) стратотибы.
Был ҡатламдың киҫелештә күренгән дөйөм ҡеүәте 900 м. Һаҡмар ҡатламының ташҡа әйләнгән фаунаһы ентекләп тикшереләгән һәм ваҡ моллюскалар ҡабырсаҡтарынан, диңгеҙ хайуандарының (мшанка, диңгеҙ лилияһы) ҡалдыҡтарынан тора. Бында шулай уҡ фузулинидалар һәм радиолярийҙарҙың ваҡ ҡына ҡабырсаҡтары осрай.
Тәү тапҡыр уны 1874 йылда академик А. П. Карпинский өйрәнә башлаған, ул фәндә беренсе булып «һаҡмар» ҡатламы терминын ҡулланған . 1991 йылда тау киҫелешендә пермь системаһы буйынса халыҡ-ара геологтар конгрессы ваҡытында экскурсия үткәрелә. Һырттың көньяҡ текә итәгендә карст күлдәре бар. Береһе-«Түңәрәккүл», ә икенсеһе тәрән булғанға «Шайтан сөңгөлө» («Чёртов омут») тип атала.