Ҡамай гидростанцияһы

Ҡамай гидростанцияһы — Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Ҡамай ауылында Бөрө йылғаһы ярҙарында урынлашҡан электр станцияһы.[1]

Мишкә районы электрификация тарихы ҡыҙыҡлы һәм бай. Районда иң ҙур йылға Бөрө йылғаһы. Шуға күрә лә электростанцияны тик Ҡамай ауылында Бөрө ярҙарында төҙөү дөрөҫ була. Тик тәжрибәле төҙөүселәр, ҡоролмалар юҡ, ҡыҫҡаһы бер ниндәй шарттар булмай. Башҡортостанда 1940 йылға бәләкәй электростанциялар һаны ике йөҙгә барып етә. Ҡамай гидроэлектростанцияһын 1937 йылда төҙөй башлайҙар. Төҙөлөш эштәре 3,5 йыл бара. Гидротурбиналарҙы урындарҙа үҙ көстәре менән эшләйҙәр, сөнки бәләкәй электростанциялар өсөн заводтарҙа улар етештерелмәй. Ҡамай ауылы гидростанцияһына беренсе турбина тулыһынса ағастан эшләнә. Ҡамай гидростанцияһын эшләүҙә ҙур өлөш индереүселәр: Павел Леонтьевич Швецов һәм Павел Алексеевич Мошкин. Павел Швецов энергетика техникум тамамлап электростанциялар эшләү буйынса тәжрибә туплап өлгөргән йәш белгес. Һуңынан уны станцияның директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул 1947 йылға тиклем эшләй. Павел Мошкин Мишкә районы Яңы Троицк ауылынан килгән оҫта. Ҡамай ГЭС төҙөү бар район өсөн ҙур ваҡиға була.[2]

Бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта элекке гидроэлектростанция урынында заманса һыуһаҡлағыс төҙөлә.[3] 2006 йылда төҙөлөш эштәре башлана. Башҡортостан Республикаһы президенты Мортаза Рәхимов Ҡамай ауылы һыуһаҡлағысына килә һәм тантаналы сарала ҡатнаша. Төҙөлөш эштәре оҙаҡҡа һуҙылһа ла, яйлап бара.[4]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. https://камеево.рф/2015/04/2388/
  2. https://vk.com/wall-23074231_1402
  3. https://mishred.rbsmi.ru/articles/stroitelstvo/v-mishkinskom-rayone-prodolzhaetsya-stroitelstvo-gidrouzla/(недоступная ссылка)
  4. https://www.bashinform.ru/news/138872-v-mishkinskom-rayone-nachalos-stroitelstvo-gidrouzla/