Ҡалмаш ауыл Советы (Дыуан районы)

Ҡалмаш ауыл Советы — Дыуан районы составында ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452537. ОКАТО коды — 80223816000. Дыуан ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 

Ҡалмаш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дыуан районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл Советы составы

үҙгәртергә

Ҡалмаш (2005 йылға тиклем — ҡасаба) ауылы — административ үҙәк, Сафоновка,  Бурцевка, Комсомол (элекке ҡасаба), Октябрьский (элекке ҡасаба), Потаповка (элекке ҡасаба) ауылдары. 2005 йылда  Греховка ауылы бөтөрөлә[1].

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы (ст.1 п. 19) белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:


Дыуан районы буйынса: Дыуан ауылында административ үҙәк менән, «Дыуан» атамаһын һаҡлап, Дыуан һәм Ҡалмаш ауыл Советтарын берләштерергә. Ҡалмаш ауыл Советының Ҡалмаш, Сафоновка, Бурцевка, Комсомольский, Октябрьский, Потаповка ауылдарын Дыуан ауыл Советы составына индерергә.
Дыуан ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Ҡалмаш ауыл Советын алып ташларға

2008 йылда  Салауат, Нуриман, Ҡариҙел райондары, Дыуан ауыл Советы,  Михайловка ауыл Советы,  Өлкөндө ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә