Ҡала майҙаны
Майҙан (майдан) — Ҡала йәки ауыл эсендәге асыҡ тигеҙ урын. Архитектура йәһәтенән ойошторолған, биналар һәм йәшел үҫемлектәр менән уратып алынған, ҡала һәм ауыл инфраструктураһы объекты[1]. Майҙандарҙың күбеһе асыҡ баҙарҙар, концерттар, сәйәси митингылар һәм тигеҙ ер талап иткән башҡа саралар өсөн яраҡлы ҡатмарлы ландшафт булып тора. Ҡала майҙандары ҡала үҙәгендә урынлашҡанлыҡтан, улар ғәҙәттә бәләкәй магазиндар менән уратып алынған. Уларҙың үҙәгендә йыш ҡына ҡоҙоҡ, һәйкәл, статуя йәки башҡа шундай архитектура объекты урынлашҡан. Фонтандары булғандарҙы ҡайһы берҙә фонтан майҙандары тип атайҙар.
Майҙандарҙың традицион атамалары: боронғо грек — агора, рим — форум, испан — плаза, немец — плац, француз — эспланада, көнсығыш (азия) —майдан (майҙан) (баҙар майҙаны[2]).
Төрҙәре
үҙгәртергәАйырып күрһәтәләр:
- ҡала һәм ауыл: һарай, ратуша, үҙәк һәм башҡалар;
- транспорт майҙандары: вокзал яны, завод алды һәм башҡалар;
- йәйәүлеләр майҙандары: театр, сауҙа (баҙар), мемориаль, собор, ратуша;
- башҡалар.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең академик һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 2014 й. — С. 159-сы б..
- ↑ Майдан, площадь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)