«Ҡаласыҡ » (һинд कस्बा, Kasba ) ― Һиндостан драматик фильмы (1991 йыл). Сценарийҙың авторы һәм режиссёры ― Кумар Шахани. Фильмдың сюжеты урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың «В овраге» повесына нигеҙләнгән[1]. Фильм һинд параллель киноһы хәрәкәтенедә бик мөһим эш тип һанала. Был йүнәлештәге фильмдар 1990-сы йылдарҙа ҡулланылыуҙан сыҡҡансы, Кумар Шахани фильмы иң һуңғыһы булып тора.[2]Ҡалып:Нет в источнике.

Ҡаласыҡ
Атамаһы Kasba
Жанр фильм-драма[d]
Ил  Һиндостан
Әҫәр яҙылған тел Һинд теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1991
Режиссёр Кумар Шахани[d]
Сценарист Кумар Шахани[d]
Ролдәрҙә Манохар Сингх[d]
Шатругхан Синха[d]
Mita Vashisht[d]
Кумар Шахани[d]
Кинооператор К. К. Махаджан[d]
Композитор Ванрадж Бхатия[d]
Таратыусы Национальная корпорация по развитию кино[d]
Төҫ төҫлө[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фильмда ҡаласыҡтағы эшҡыуар Манирамдың кешеләргә иҫкереп-боҙолған ашамлыҡ һатыуы күрһәтелә. Уның аҡылға тулы түгел кесе улының ҡатыны Тежу һатыу эштәрен алып бара. Манирамдың өлкән улы туй үткәрергә тип атаһы янына ҡайта, ләкин уның бер эше лә килеп сыҡмай. Туйҙың икенсе көнөндә ул ҡатыны янынан ҡасып китә, ләкин Дели полицияһы уны ҡулға ала. Полиция Манирамдың бизнесын тикшерә, ә Тежу ҡомһоҙлоҡтан аҡылдан шаша башлай[8].

Бүләктәр һәм тәнҡит

үҙгәртергә

«Ҡаласыҡ» фильмы Кумар Шаханиҙың өсөнсө фильмы була. Ул Filmfare Awards премияһына «Тәнҡитселәр фекеренсә иң яҡшы фильм» номинацияһында бүләкләнә[3].

«Ҡаласыҡ» фильмы быға тиклемге Шахани фильмдарына оҡшамаған бик яй һәм мелодраматик стилдәге фильм. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул байтаҡ тәнҡитселәрҙең яҡшы баһаламаһын ала. Ellipsis киноблогы фильмға ыңғай рецензия бирә һәм фильмдағы «иң ныҡ йоғонто яһаусы эстетик элементтарҙың береһе булып кинокамераның геройҙарҙың психологик һәм эмоциональ кәйефтәренә параллель рәүештә позицияланыуы тора, ә ишек-тәҙрәләр, фильм буйына персонаждар хәрәкәтендә интерьер һәм тышҡы пейзаждар менән бер бөтөн булып ҡушылып, социаль инерцияны һәм хатта ауыл декадансын барлыҡҡа килтерә. Ҡайһы саҡ Шахани ғаилә тарихы менән бәйле төрлө йолаларға һәм традицияларға акцент яһай, был антропологтарға хас тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашты хәтерләтә»[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kasba // Encyclopedia of Indian Cinema / Ashish Rajadhyaksha, Paul Willemen. — New York: Routledge, 2003. — ISBN 1-57958-146-3.
  2. Kasba IMDb Page. IMDb.
  3. Previous Awards: Critics Award for Best Film (ингл.). The Times of India. 2014 йыл 18 декабрь архивланған.
  4. Kasba Review. ELLIPSIS. 2017 йыл 18 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Filmfare Award за лучший фильм по мнению критиков