Ҡаланың идара бинаһы (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Ҡаланың идара бинаһы (Таганрог)
| |
Таганрог, Ҡаланың идара бинаһы, 1907 йыл | |
Ҡала | Таганрог, Петр урамы, 87 |
Төҙөлөшө | 1830—1959 йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | Д. Петрококино Козьма Николаевич Комнено-Варваци Уҡыусылар һәм пионерҙар Һарайы |
Ҡаланың идара бинаһы — Таганрогтың үҙәк өлөшөндәге айырым йорт.
Айырым йорт тарихы
үҙгәртергәДүртмөйөшлө колонналы өс ҡатлы бина Петр урамы, 87 адресы буйынса, Бәләкәй Баҡса тыҡрығы ҡаршыһында урынлашҡан. Бина күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡоролған.
Был ер участкаһында беренсе булып 1830-сы йылдарҙа сауҙагәр Д. Петрококино[1] йорт төҙөй. 1880-се йылдар аҙағында йортто алпауыт К. Н. Комнено-Варваци һатып алған һәм капиталь үҙгәртеп төҙөгән. Йортҡа төкәтмә төҙөлгән, ихаталағы флигель төп бина менән тоташтырылған, фасад яңы архитектура модаһы буйынса биҙәлгән. Бинаның 62 бүлмәһе була, уларҙы ғаилә башлығынан һәм ике ҡыҙынан торған Комнено-Варваци ғаиләһе биләй. 1905 йылғы беренсе урыҫ революцияһы ваҡиғаларынан һуң, үҙенең имениеһындағы крәҫтиәндәр сыуалыштарынан ҡото осҡан алпауыт Комнено-Варваци, ҡалалағы ҙур йортон һатырға ҡарар итә. Бындай хәүефле шарттарҙа был өйҙә йәшәү ҡурҡыныс булыр тип иҫәпләй ул.
1907 — 1920 йылдарҙа бинала ҡала идаралығы урынлаша, реформа осоронда (1810 йылдан) ул ҡала үҙидараһының төп башҡарма органы булып ҡала. 1909 — 1914 йылдарҙа бүлмәләрҙең береһендә картиналар галереяһы менән ҡала музейы урынлаша. 1918 йылдың 17 ғинуарынан 1 февраленә тиклем бинаны Таганрог ҡалаһының эшсе депутаттар Советы биләй. 1918 йылдың май айында ҡалаға немецтар, ә һуңынан Деникин ғәскәре ингәс, ҡала Идараһы яңынан үҙенең урынына ҡайта. Совет власы урынлашҡандан һуң йортто Хәрби-революцион комитет биләй, ул 1920 йылдың 10 ғинуарынан июнгә тиклем ҡала власының төп органы булып тора. Һуңынан бында профсоюз клубы, мәғариф хеҙмәткәрҙәре Йорто, Автомотоклуб урынлаша. 1935 йылдар аҙағында барлыҡ бина ҡаланың пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары Һарайына[2] тапшырыла.
Таганрог немец-фашист оккупацияһы аҫтында булған ваҡытта, 1942 йылдың апреленән немец полицияһы йортто биләй. Таганрогты азат иткән ваҡытта бина яна. 1959 йылдың авгусында бина тергеҙелә башлай. Шул ваҡытта йорттоң фасады һәм планировкаһы һиҙелерлек үҙгәрә, өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә, ишек дүрт квадрат колонналы портик менән биҙәлә. Бина үҙ ҡиәфәтен үҙгәртә һәм танылғыһыҙ матурая.
Реконструкциянан һуң йортта фатирҙар урынлаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Орлов Г. Н., Найговзин Л. И., Цымбал А. А. Памятники архитектуры, истории и культуры Таганрога на старых открытках и фотографиях. — Таганрог: Лукоморье, 2004. — С. 124.
- ↑ Киричек М. С. Дворец пионеров и школьников // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 312.