Пионерҙар йорто (Таганрог)

Таганрог пионерҙар Йорто — Таганрогтағы 1991 йылға тиклем эшләгән мәктәптән тыш эш үҙәге.

Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы асылған ҡала идараһы бинаһы

Таганрогта пионер ойошмаһы 1923 йылдың 9 апрелендә, Таганрог 10-сы хеҙмәт мәктәбендә «Йәш Спартак» балалар төркөмө ултырышынан һуң ойошторола[1]. Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы Таганрогта 1936 йылдың 24 ғинуарында тантаналы рәүештә асыла, ул Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайында беренсе[2] һәм СССРҙа дүртенсе пионерҙар Һарайы була[1]. Директор — М. А. Подольский. 1941 йылдың 17 октябрендә ҡаланы немецтар оккупациялағанға тиклем Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы Петровская урамы, 87 адресы буйынса урынлашҡан элекке ҡала идаралығының бинаһын биләй[2], унда үҫмерҙәр менән төрлө йүнәлештә эш алып барыу өсөн бик яҡшы шарттар була. Пионерҙар Һарайын йыһазландырыуҙа ҡаланың бөтә сәнәғәт предприятиеләре ҡатнаша. Шефтар көҙгөлө хореография кластары, ҡырыу станоктары һәм ағас эшкәртеү станоктары булған оҫтаханалар, радиотүңәрәктәр, йәш натуралистар түңәрәге ойошторорға ярҙам итәләр. Педагогтар етәкселегендә 17 секцияла уҡыусылар иң яңы техник ижад төрҙәре менән шөғөлләнәләр: радиоалғыстар, электромеханик телевизорҙар йыялар, самолёттар моделы төҙөйҙәр, диңгеҙҙе өйрәнәләр, мебель эшләйҙәр[1]. Таганрог йәш натуралистары ВДНХ миҙалы менән бүләкләнгән бойҙайҙың һыуыҡҡа сыҙамлы сортын сығаралар[1].

1936 йылда пионерҙар Һарайында балалар тынлы оркестры ойошторола[3]. Таганрогты оккупанттарҙан азат иткәндән һуң, пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы 1943 йылдың 3 декабрендә «Пионерҙар йорто» исеме аҫтында Петровская урамы, 89 адресы буйынса уҡытыусылар Йорто бинаһында асыла[2]. 1944 йылдың февралендә пионерҙар Йорто Чайковский исемендәге балалар музыка мәктәбе бинаһына (Греческая урамы, 50) күсерелә[2]. 1947 йылға тиклем Свердлов урамы, 60 адресы буйынса ике ҡатлы айырым йортта Димитров заводы Клубы урынлаша[4]. 1947—1949 йылдарҙа был бинала музыкаль комедия Театры урынлашҡан була[4]. Уны таратҡандан һуң, 1949 йылдың ҡышында, ҡала башҡарма комитеты ҡарары менән бина ҡала пионерҙар Йортона бирелә[4]. 1957 йылда пионерҙар Йортонда музыка студияһы эшләй башлай, «Әкиәт» балалар музыка театры ойошторола[3].

1968 йылда пионерҙар Йортонда 25 студия һәм түңәрәк эшләй, унда 500 тирәһе бала шөғөлләнә[5]. Радио- һәм фото- , драма, хореография, музыка түңәрәктәренән башҡа, тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге эшләй[5]. 1988 йылдан башлап пионерҙар Йорто Петровская урамы, 72 адресы буйынса урынлашҡан бинала эшләй[2]. 1999 йылда Таганрог пионерҙар Йорто балаларҙың өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы мәктәптән тыш эш Үҙәге (ЦВР) итеп үҙгәртелә[1]. Директоры — Янченко Татьяна Валентиновна[2].

Пионерҙар Йорто етәкселәре

үҙгәртергә
  • 1974—1986 — Бегун Татьяна Семеновна
  • 1946—1974 — Бринцева Антонина Петровна
  • 1943—1946 — Ульянох Т. М.
  • 1938—1941 — Акуленко Е. И.
  • 1936—1938 — Подольский М. А.

Пионерҙар йортоноң билдәле хеҙмәткәрҙәре һәм түңәрәк ағзалары

үҙгәртергә
  • Беккер Нина Михайловна (18901938) — әүәләү түңәрәге етәксеһе.
  • Бринцева Антонина Петровна (19121998) — пионерҙар Йорто директоры, Таганрог йәшерен ойошмаһы (подполье) ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы Отличнигы.
  • Бут Николай Яковлевич (19281989) — түңәрәк ағзаһы, РСФСР халыҡ рәссамы, «Днепр өсөн һуғыш» диорамаһы өсөн Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы лауреаты, Б. М. Греков исемендәге хәрби рәссамдар Студияһының етәксе мастерҙарының береһе.
  • Вайс Сергей Александрович (19231943) — авиамоделдәр төҙөү түңәрәге етәксеһе, Таганрог антифашист йәшерен ойошма (подполье) ағзаһы.
  • Григорьева Валентина Яковлевна (19042000) — изостудия етәксеһе[6].
  • Дереберя Иван Григорьевич (1923) — түңәрәк ағзаһы, рәсәй рәссамы.
  • Дроздова Ольга Куприяновна (1944) — түңәрәк ағзаһы, заслуженный учитель Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Мария» гимназияһы директоры.
  • Малинка Виктор Александрович (1935) — түңәрәк ағзаһы, Рәсәй-Украина рәссамы, балалар өсөн китаптарҙы биҙәүсе.
  • Морозов Семён Григорьевич (19141943) — Таганрог антифашистик ойошма (подполье) комиссары, Советтар Союзы Геройы.
  • Скарайнис Олег Юлиевич (1923) — түңәрәк ағзаһы, совет скульпторы[7].
  • Сухорученко Геннадий Анатольевич (19342000) — түңәрәк ағзаһы, совет шағиры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Глубокова Л. Наследники пионерии // Таганрогская правда. — 2012. — 25 мая.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Киричек М. С. Дворец пионеров и школьников // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 312. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  3. 3,0 3,1 Кукушин В. С., Бойко З. А. Музыкальная культура города Таганрога. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1999. — 144 с. — ISBN 5-88616-079-5. — С. 96.
  4. 4,0 4,1 4,2 Мартов В. Легенда Чеховского театра. — Таганрог: Лукоморье, 2009. — С. 34. — ISBN 978-5-902450-28-3.
  5. 5,0 5,1 Бринцева А. П. Юные в своём доме // Таганрогская правда. — 1968. — 7 июля.
  6. Раченко О. В. Григорьева Валентина Яковлевна // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 302. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  7. Андреев А., Донич О. Автор скульптур Сласпилсского мемориала: я видел, как сжигали людей // lr4.lsm.lv. — 2014. — 8 мая.