Ҙур Һыу айырғыс һырт
Ҙур Һыу айырғыс һырт (ингл. Great Dividing Range) — Австралияның көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш яр буйҙары буйлап яҡынса 4000 километрға һуҙылған тау системаһы.
Ҙур Һыу айырғыс һырт | |
---|---|
ингл. Great Dividing Range | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 2 456 547 км² |
Оҙонлоғо | 3244 км |
Киңлеге | 1568 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Косцюшко |
Бейек нөктәһе | 2228[1] м |
Урынлашыуы | |
25°00′ ю. ш. 147°00′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Ҙур Һыу айырғыс һырт Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәТауҙар башлыса эзбизташтарҙан, граниттарҙан, гнейстарҙан, вулканик тоҡомдарҙан тора. Бында нефть, газ, таш һәм һоро күмер, аҡ ҡурғаш, полиметаллик рудалар, алтын, баҡыр, титан-магнетит һәм монацит ҡомдары ятҡылыҡтары бар. Көнсығыш битләүҙәре текә, ныҡ һәм тәрән йырғыланған, көнбайыш битләүҙәре һөҙәк убалы тау алдына (даунстарға) күсә. Көньяҡ киңлектең 28° төньяҡтараҡ тауҙар сағыштырмаса бейек түгел, уларҙың киңлеге 650 километрға барып етә. Яҡынса 1000 метр бейеклектәге яр буйы һырттары һәм вулканик платолар һөҙәк түбәле көнбайыш тауҙар теҙмәһенән буйға һуҙылған киң соҡорҙар менән айырылған. Көньяҡтараҡ бейегерәк һәм монолит тауҙар урынлашҡан. Тау системаһы составында артабанғ һырттарҙы айыралар: Мак-Ферсон, Нью-Ингленд, Гейстингс, Ливерпул, Зәңгәр тауҙар һәм Австралия Альптары. Иң юғары нөктәһе — Косцюшко тауы (2228 м).
Битләүҙәрҙә бихисап йылғалар башлана, шул иҫәптән ҡитғала иң ҙурҙары булған Муррей һәм Дарлинг йылғаларының инеше урынлашҡан. Йылға үҙәндәрендә электроэнергия сығарыу һәм ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында күп дамбалар төҙөлгән.
Флораһы — япраҡ ҡойоусы мәңге йәшел һәм эквалипт урмандары, саванналар, һирәк урмандар, ҡыуаҡлыҡтар (көнбайыш битләүҙәр).
Зәңгәр тауҙарҙың (ингл. Blue Mountains) ҙур өлөшө бер нисә милли паркттарҙан торған Бөтә донъя мираҫының объекты (Greater Blue Mountains Area) тип иғлан ителгән. Милли парктарҙың береһенең үҙәгендә уңайлы һәм нәфис урында урынлашҡанға күрә Катумба ҡалаһы төбәктә туризмдың үҙәге булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- [ Большой Водораздельный хребет] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә