Косцю́шко (пол. Kosciuszko, төбәк әйтелеше — Кози-оско (ˈkɔziˌɔskoʊ, МФА)[2]) — Австралия ҡитғаһының иң бейек түбәһе. Ҙур Һыу айырғыс һыртының Австралия Альптарында тау.

Косцюшко
ингл. Mount Kosciuszko
Көнсығыш итәгенә күренеш
Көнсығыш итәгенә күренеш
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге2228[1] м
Сағыштырмаса бейеклегеа2228 метр
Беренсе күтәрелеүПавел Эдмунд Стшелецкий, 1840 
Урынлашыуы
36°27′ ю. ш. 148°16′ в. д.HGЯO
Страна
ТерриторияЯңы Көньяҡ Уэльс
Тау системаһыҘур Һыу айырғыс һырт 
Тау һырты йәки массивАвстралия Альптары 
Австралия
Красная точка
Косцюшко
Австралия Яңы Көньяҡ Уэльс
Красная точка
Косцюшко
 Косцюшко Викимилектә

Тасуирлама үҙгәртергә

Бейеклеге — 2228 м.

Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяғында Виктория штаты менән сик эргәһендә, Косцюшко милли паркы территорияһында урынлашҡан.

Тарих үҙгәртергә

1840 йылда асылған. Түбәһенә менгән тәүге кеше — поляк сәйәхәтсеһе, географ һәм геолог Павел Эдмунд Стшелецкий була. Стшелецкий тауҙы поляк хәрби һәм сәйәси эшмәкәре Анджей Тадеуш Бонавентура Костюшкоға арнап атай.

Башта тау Таунсенд исемен йөрөтә, ә был осорҙа Австралия Альптарындағы иң бейек булған түбә тип иҫәпләнгән күршеләге тау «Косцюшко» исемен йөрөтә. Артабанғы тикшеренеүҙәр Таунсенд тауының 20 метрға бейегерәк булыуы асыҡлағас, Павел Эдмунд Стшелецкийҙы хөрмәтләп иң бейек түбә Косцюшко тип аталһын өсөн, Яңы Көньяҡ Уэльс штатының ер департаменты тау атамаларының исемдәрен алмаштыра[3].

 
Косцюшко түбәһенән Таунсенд тауына күренеш

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Peakbagger.com
  2. The World According To Google - satellite pictures of the most interesting places on the World, satellite maps » Mount Kosciuszko, Australia (ингл.) (15 апрель 2010). Архивировано 3 март 2012 года. 2009 йыл 14 февраль архивланған.
  3. Mountain systems (Orography) of Australia // Official Year Book of the Commonwealth of Australia. — № 3. — 1910. — P. 59.

Һылтанмалар үҙгәртергә