Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары

үпкә менән һулаусы сөсө һыу моллюскыларының бер төрө
Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары
Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары
Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары (Lymnaea stagnalis) и Physa (семейство Physidae)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Моллюскылар
Класс: Ҡорһағаяҡлылар
Суб-класс: Ысын быуа ҡусҡарҙары
Надотряд: Heterobranchia
Отряд: Үпкәле моллюскылар
Подотряд: Сидячеглазые
Ғаилә: быуа ҡусҡарҙары
Ырыу: Быуа ҡусҡары
Төр: Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары
Латинса исеме
Lymnaea stagnalis (Linnaeus, 1758)

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары (лат. Lymnaea stagnalis) —үпкә менән һулаусы сөсө һыу моллюскылары.

Ҡабырсағының оҙонлоғо 45-60 мм киңлеге 20-34 мм тирәһе, тоташ, спираль рәүешендә төрөлгән. [1]. Ҡабырсаҡ осло түбәле һәм уның 4—5 боролмалы, ҙур тишеге — ауыҙы бар. Быуа ҡусҡары тәне өс өлөштән: кәүҙә, баш һәм аяҡтан тора, ләкин улар араһында ҡырҡа сиктәр юҡ. Ҡабырсаҡтың ауыҙы аша ҡусҡарҙың башы, кәүҙәһенең алғы өлөшө һәм аяғы ғына һонола ала. Баштың аҫҡы яғында ауыҙ, ә уның ян-яҡтарында ике һиҙгер һәрмәүес урынлашҡан.

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары ылымыҡтар, шулай уҡ детрит һәм үләкһәләр менән туҡлана.

Һулыш алыуы

үҙгәртергә

Һыуҙа йәшәй, ләкин атмосфера һауаһын һулай. Һулыш алыу өсөн, ул әленән-әле ( сәғәтенә 7-9 тапҡыр) һыу өҫтөнә күтәрелә һәм ҡабырсаҡ ситендә урынлашҡан түңәрәк һулыш алыу тишеген аса. Был тишек мантияның махсус кеҫәһенә — үпкәгә алып бара. Үпкә стеналары бик күп ҡан тамырҙары менән уралған. Бында ҡан кислородҡа байыға һәм углекислый газ бүленеп сыға..

Ҡан әйләнеше

үҙгәртергә

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡарының йөрәге бар. Ул ҡанды ҡан тамырҙарына этеп сығара. Эре тамырҙар нәҙек тамырҙарға тармаҡлана, уларҙан ҡан ағзалар араһындағы арауыҡҡа аға. Ҡан бөтә ағзаларҙы йыуа, шунан яңынан үпкәгә килеүсе тамырҙарға йыйыла, унан йөрәккә килеп инә. Бындай ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ булмаған система тип атала.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Аш һеңдереү системаһы ауыҙҙан башланып йотҡолоҡҡа күсә. Унда ныҡ мускуллы теле урынлашҡан. Ҡаты ҡытырҙар менән ҡапланған теле ҡырғыс функцияһын башҡара.

Быуа ҡусҡары теле менән, ҡырғыс менән ҡырғандай, һыу аҫтындағы предметтарға ултырған төрлө микроорганизмдар ҡатлауын йәки үҫемлектәрҙең йомшаҡ өлөштәрен ҡырып ала. Аҙыҡ йотҡолоҡтан ашҡаҙанға, унан эсәклеккә эләгә. Махсус аш һеңдереү биҙе — бауыр аҙыҡтың тағы ла нығыраҡ үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә. Эсәклек аналь тишек аша мантия ҡыуышлығына асыла.

Быуа ҡусҡарҙары — гермафродиттар. Әммә аталаныу ситтән була. Улар үтә күренеүсән лайлалы шнурҙар эсенә йомортҡалар һала. Уларҙы һыу аҫты үҫемлектәренә беркетә. Һыу температураһына бәйле, яҡынса 14 көндә йомортҡаларҙан йоҡа ҡабырсаҡлы бәләкәй моллюскылар сыға. 10 аҙна эсендә үҫешеп, енси яҡтан өлгөрәләр.

  1. §18. Обыкновенный прудовик // Биология: Животные: Учебник для 7—8 классов средней школы / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский и другие; Под редакцией М. А. Козлова. — 23-е изд. — М.: Просвещение, 1993. — С. 50—52. — ISBN 5090043884.