Ғәскәри канцелярия йорто (Новочеркасск)
Ғәскәри канцелярия йорто Новочеркасск ҡалаһы уртаһында, Атаман урамы менән Платов проспекты мөйөшөндә урынлашҡан. Ғәскәри канцелярия 1844 йылда урыҫ классицизмы стилендә исеме билдәһеҙ архитектор проекты буйынса төҙөлгән. Новочеркассктың һаҡланып ҡалған боронғо төҙөлөштәренең береһе.
Иҫтәлекле урын | |
Ғәскәри канцелярия
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Новочеркасск |
Архитектура стиле | классицизм |
Проект авторы | билдәһеҙ |
Нигеҙләнгән | 1844 йыл |
Ғәскәри канцелярия Викимилектә |
Һүрәтләү
үҙгәртергәМөйөштәге йорт булараҡ, ғәскәри канцелярия бинаһының ике фасады биҙәлгән. Төп фасад Атаман урамына ҡарай. Ҡала ансамбле системаһында өс ҡатлы бинаға олпат ҡиәфәт бирергә тырышып, архитектор классик формалар ҡуллана. Фасадтың урта өлөшө ун колонналы портигы менән иғтибарҙы йәлеп итә, стеналары горизонталь һыҙат рәүешендәге декоратив композиция һәм кәрниздәр менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттың тәҙрәләре семәр йөҙлөклө. Кәрниз сығынтылар менән биҙәлгән. Колоннаның өҫкө өлөшө дорический ордер стилендә. Парад ишегенән ике яҡта дүртәр тәҙрә ярым түңәрәк, көпләүсе таш менән. Кәрниз өҫтөндәге биҙәүле стена ҡатмарлы формалы. Симметрия һаҡланған. Һары төҫкә буялған стенала аҡ төҫкә буялған биҙәктәр нәзәкәтлелек, күркәмлек бирә һәм бинаның мөһабәтлеген көсәйтә[1].
Тарихы
үҙгәртергәДон казактарының ғәскәри канцелярияһы Черкассктан (хәҙерге — Старочеркасская станицаһы) йәш Новочекасск ҡалаһына тантаналы рәүештә 1806 йылдың 9 майында күсенә[2]. Байрамса процессияның башында ғәскәри башлыҡтар һәм станица атамандары оҙатыуында руханиҙар бара, алда ғәскәри байраҡтар һәм регалиялар (наградалар, орден, миҙалдар). Крещение ипкене буйлап почетлы ҡарауыл эргәһенән процессия өҫкә, майҙанға күтәрелә, аҙаҡ ғәскәри канцелярия бинаһына ҡарай йүнәлә. Шаулы, пушкалар гөрһөлдәүе аҫтында ҡалаға нигеҙ һалыу хөрмәтенә тантана кискә тиклем тынмай. Байрам призлы ат сабышы, байрам иллюминацияһы менән тамамлана. Хәҙерге бинаға канцелярия уны төҙөгәндән һуң, 1844 йылда күсә[3].
1943 йылдың 30 ноябрендә бинала 500 кешелек Новочеркасск Суворов хәрби училищеһы асыла. 1964 йылдың ғинуарында училище базаһына Муром хәрби элемтә училищеһы урынлаша, 1968 йылда исеме Новочеркасск Ҡыҙыл байраҡлы хәрби элемтә училищеһы тип үҙгәртелә. 1974 йылдан алып училище курсанттарҙы юғары белем программаһы буйынса уҡыта башлай. Новочеркасск хәрби командирҙар юғары элемтә училищеһы ғәскәри канцелярия бинаһын 2011 йылға, бөтөрөлгәнгә тиклем биләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русский классицизм . Rostov Region. Дата обращения: 3 ғинуар 2017.
- ↑ Новочеркасск . ЮФУ. Дата обращения: 17 ғинуар 2017.
- ↑ Владимир Кулишов. Как строился Новочеркасск . В низовьях Дона. Дата обращения: 17 ғинуар 2017.