Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы

химик, техник фәндәр докторы (2005). БДУ-ның инженер факультетында сифат менән идара итеү кафедраһы мөдире

Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы (28.11.1956, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы) — химик, техник фәндәр докторы (2005). БДУ-ның инженер факультетында сифат менән идара итеү кафедраһы мөдире[1].

Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Арыҫлан, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

БДУ-ны 1979 йылда тамамлағандан һуң, 1980, 1985—1989 һәм 2005—2011 йылдарҙа Фәндәр академияһының Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеш регуляторҙары ғилми-тикшеренеү институтында (НИТИГ) : 1985 йылдан сектор начальнигы, 2005 йылдан — филиал директоры булып хеҙмәт итә.

1980—1981 йылдарҙа БГПИ, 1989 йылда “Акцент” йәштәр ғилми-техник ижады үҙәгенең баш экологы; 1990 йылдан аҙ тоннажлы химия етештереү предприятиеларында: Өфөләге “Интерролс” совет-америка предприятиеһында техник директор, 1993 йылдан “Фобос” ЯСЙ һәм “Реактивснаб” ғилми-етештереү предприятиеһы директоры булып эшләй<refҒәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.</ref>.

1996 йылдан “БашНИПИстром” баш унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары, 1998 йылдан —директоры. 2011 йылдан декан, шул уҡ ваҡытта БДУ-ның инженер факультетының сифат менән идара итеү кафедраһы мөдире[2].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ғилми хеҙмәттәре органик синтезда, шул иҫәптән, биологик әүҙем ҡушылмалары синтезында, акустик кавитацияны ҡулланыуға бағышланған. Ғәлиәхмәтов ағас эшләнмәләрҙе һаҡлау буйынса экологик яҡтан зыянһыҙ антисептиктар эшләй һәм улар Өфө, Архангельск, Волгоград, Череповец ҡалалары предприятиеларында ҡулланылған. Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы 140-тан ашыу фәнни хеҙмәттәр һәм 20 уйлап сығарыу авторы[3].

  • Снижение экологической опасности антисептиков. М., 2004 (соавт.). Физика и химия кавитации. М., 2008 (соавт.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә