Ғәлин Альберт Феликс улы

философ, социолог. Социология фәндәре кандидаты. Доцент

Ғәлин Альберт Феликс улы (5 апрель 1960 йыл) — философ, социолог. Социология фәндәре кандидаты (1988)[1]. Доцент[2]

Ғәлин Альберт Феликс улы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Омск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, социолог
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Альберт Феликс улы Ғәлин 1960 йылдың 5 апрелендә Омск ҡалаһында тыуған. Дөйөм урта белемгә эйә булғандан һуң юғары белемде Урал дәүләт университетында эстәй. 1982 йылда вуз тамамлауы тураһында диплом ала. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт педагогия институтының Философия кафедраһы уҡытыусыһы булып башлай, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала уҡый һәм уны 1988 йылда философия фәндәре кандидаты дәрәжәһендә тамамлай. 1991 йылға тиклем бер урында эшләй. Һуңынан, 1997 йылға тиклем шәхси компанияларҙа маркетолог, социолог була. 1997—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе, мөдире. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй. Шул уҡ йылда БР Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөире итеп күсерелә[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Альберт Феликс улының фәнни эшмәкәрлеге идара итеү эшмәкәрлеген социологик һәм мәғлүмәт йәһәтеннә тәьмин итеүгә ҡағыла. Ул алты фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2010)[1]

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Галин А. Ф. Общественное мнение о состоянии межнациональных отношений в Республике Башкортостан// Экономика и управление. – 2011. – No 5. – С.18-23.
  2. Галин А. Ф. Общественное мнение о ситуации в Республике Башкортостан// Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан. – 2011. – No 1/15. – С. 4-6.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Коллектив авторов. Социологи Башкортостана:Справочник:2-е изд. дополненное и переработанное / Бурханова Ф. Б.. — Уфа: Восточная печать, 2012. — С. 136—137. — 141 с. — ISBN 978-5-98755-121-2.
  2. Структура российского философского общества

Сығанаҡтар

үҙгәртергә