Ғәлимов Ҡадирйән Ғәлимйән улы
Ҡадирйән Ғәлимйән улы Ғәлимов — тарихсы, ғалим.
Ғәлимов Ҡадирйән Ғәлимйән улы | |
Биографияһы
үҙгәртергәҠадир Ғәлимов 1935 йылдың 1 ғинуарында ТАССРның Ҡайбыҫ районы Иҫке Сәсҡаб ауылында донъяға килгән. Бала сағынан уҡ ғилемгә омтыла үҫкән йәш кеше Ҡазан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлап, ғалим-агроном белгеслеге ала. Татарстан, төрлө район ауыл хужалығы даирәләрендә һәм министрлыҡта эшләй.
Ул Тау яғы ауылдарының, унда ғүмер итеүсе нәҫелдәрҙең тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнгән. Республика матбуғатында уның ошо темаға бәйле мәҡәләләре баҫылып торған. Автор уларҙа Ҡайбыҫ районындағы ауылдарҙың үткәнен, Тау яғында ҡаты рәүештә алып барылған көсләп суҡындырыу процессын иғтибар үҙәгенә алған.
2004 йылда үҙенең тыуған ауылы тарихына арналған 20 баҫма табаҡ күләмендәге «Эзле Чәчкаб» китабын баҫтырып сығара, 2007 йылда Рәфиҡ Ғәрәфетдинов ойошторолған «Тыуған ерем – Ҡайбысым» йыйынтығын эшләүгә лә ҙур өлөш индергән. 2013 йылда иһә авторҙың Бәрлебашы һәм Морза Бәрлебашы ауылдарының тарихын сағылдырыусы «Бәрлебашы – осорҙар юлдашы» исемле китабы, 2015 йылда "Яҙ" нәшриәтендә «Ябалағым – яҡты яғым» тигән йыйынтығы донъя күрә.
2016 йылда вафат була.
2020 йылда "Тау яғы тарихынан парсалар" китабы нәшер ителгән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- «Туган җирем — Кайбычым», Казан: Идел-пресс,2007.- 580 бит.