Ғиләжетдинов Мөхәмәт Миңнейәр улы
Викидатала элемент юҡ |
Ғиләжетдинов Мөхәмәт Миңнейәр улы (рус. Гилязетдинов Мухамет Миниярович) — хужалыҡ эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәт Миңнейәр улы Ғиләжетдинов 1949 йылдың 1 авгусында Бишбүләк районының Бикҡол ауылында донъяға килгән.
Махсус урта белемле — 1969 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы механизацияһы һәм электрлаштырыу техникумын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда етештереүгә өйрәтеү мастеры булып башлаған.
1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан.
1971—1988 йылдарҙа Бишбүләк районының «Марс» колхозында эшләй — автомеханик, бригада технигы, комплекслы бригада бригадиры була.
1988—1993 йылдарҙа — Бишбүләк районының Салауат Юлаев исемендәге колхозының баш инженеры.
1990 йылда Бишбүләк районы, 179-сы Бишбүләк һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
1993 йылдан ошо уҡ колхоздың газ хужалығы инженеры[1].
2007 йылдың 26 сентябрендә ҡатнаш ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе «Салауат» ЯСЙ-һы ойошторған. 2010 йылда ул ябылған[2].
Хаҡлы ялда ла йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Бикҡол ауыл биләмәһе советына депутат итеп һайлана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- 2, 3 дәрәжә «Хеҙмәт Даны» ордены һәм миҙал.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 70
- ↑ ООО «Салават»(недоступная ссылка)
- ↑ Гилязетдинов Мухамет Миниярович
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 70.