Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Ғатауллин Шакирйән Нурыйәхмәт улы
(Ғатауллин, Шәкирйән Нурыйәхмәт улы битенән йүнәлтелде)
Шакирйән Нурыйәхмәт улы Ғатауллин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
16 декабрь 2002 (66 йәш) |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары |
|
Ғатауллин Шакирйән Нурыйәхмәт улы, Шакир абый, уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер, 1936 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 2002 йылдың 16 декаберендә шул уҡ ауылда үлгән.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә- 1944—1955 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡый һәм тамамлай;
- 1955—1958 йылдар Әрме хеҙмәтен үтәй;
- 1959 йыл Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хужалыҡ эштәрен алып барыусы;
- 1959—1961 йылдар Башҡорт республика физик мәҙәниәт техникумында уҡый һәм тамамлай, физик тәрбиә уҡытыусыһы;
- 1961—1969 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
- 1969 йыл Мәсетле район советы башҡарма комитетының физик мәҙәниәт һәм спорт комитеты рәйесе;
- 1969—1972 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
- 1972 йыл Мәсетле районы Октябрьск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
- 1972—1996 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы.
Тормош иптәше һәм балалары
үҙгәртергәТормош иптәше Любовь Рамазан ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары, туғандары, ата — бабалары тураһында мәғлүмәттәрҙе шәжәрә аша ҡарай алаһығыҙ.
Хөкүмәт һәм йәмәғәт бүләктәре
үҙгәртергә- 1966 — Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрествоһы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждениелар эшселәре профсоюзы Башҡортостан Өлкә комитетының Почет Грамотаһы;
- 1967 — Почетная Грамота Центрального Совета Добровольного Спортивного Общества «Урожай»;
- 1980 — «Отличник народного просвещения»;
- 1997 — «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.