Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Әстерхан)

Ғабдулла Туҡай һәйкәле Әстерхан ҡалаһында Совет районының Александров һәм Нахимов урамдары сатындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге скверҙа ҡуйылған

Ғабдулла Туҡай һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Урын Әстрәхән
Карта

Бөйөк татар халыҡ шағиры, әҙәби тәнҡитсе, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Туҡайға арналған һәйкәл 2013 йылдың 27 майында асыла. Һәйкәл асыу тантанаһында Әстерхан өлкәһе губернаторы А. А. Жилкин һәм Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Ф.Х. Мөхәмәтшин етәкләгән Татарстан Республикаһы делегацияһы ҡатнаша[1]. А. А. Жилкин һәм Ф. Х. Мөхәмәтшин ҡыҙыл таҫманы ҡырҡып, һәйкәлде аса[2].

1911 йылда Әстерханда йәшәгән татар шағиры һәйкәле «Дуҫлык» йәмәғәт ойошмаларының һорауы буйынса төҙөлгән һәм Татарстан Республикаһы хөкүмәте тарафынан ҡалаға бүләк ителгән. Һәйкәл кеше йәшәгән микрорайонда, күптәнге татарҙар йәшәгән урында — элекке татар слободаһында ҡуйылған. Һәйкәлдең проектын Баҡый Урмансы төҙөгән, ә уны бронзала уҡыусыһы Владислав Андреев тормошҡа ашырған. Һәйкәл Ҡазанда ҡойолған[2]. Һәйкәл асылғандан һуң уның янында Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын уҡыйҙар, Ҡазан артистарының һәм урындағы татар общинаһы коллективтарының үҙешмәкәр концерттары үткәрелә.

  • Газета «Волга» № 74, «Его творчество сближает народы», 29.05.2013

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Астрахани открыт памятник великому татарскому поэту Габдулле Тукаю. Ast-News.Ru (28 май 2013). Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 5 июль 2013 года. 2013 йыл 12 август архивланған.
  2. 2,0 2,1 Памятник Габдулле Тукаю торжественно открыли в Астрахани. Татар-информ (27 май 2013). Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 5 июль 2013 года. 2016 йыл 4 март архивланған.