Яңы Турбаҫлы ҡурғандары
Яңы Турбаҫлы ҡурғандары — археологик ҡомартҡы, беҙҙең эраның 6-8 быуатына ҡарай[1]. Ҡурған Благовещен районының Туғай ауылынанан көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
1878 йылда Ф.Д. Нефедов, 1957-58 йылдарҙа Н. А. Мәжитов аса һәм өйрәнә.
Табыштары
үҙгәртергәҠурған тупраҡ өйөмдәре булған ҡәберлектәрҙән ғибәрәт (диаметры 8-22 м, бейеклеге 0,1—1 м). Бында 80-дән ашыу ҡурған бар, шуларҙың 70-е ҡаҙылған. Һәр бер тикшерелгән ҡурғанда 1-8 ҡәбер табылған. Бер нисә ҡурған аҫтында ҡәберҙәргә инеү юлы бар.
Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡоронда (1,5 м тиклем) арҡаһына һуҙып (салҡан) һалынған, башы ғәҙәттә төньяҡҡа йүнәлтелгән. Баш һөйәген яһалма үҙгәртеү осраҡтары бар. Ҡурған өйөмдәрендә усаҡ йолалары, ат һөйәктәре ҡалдыҡтары табыла.
Ҡурғанда табылған керамик һауыттар турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡәберҙәрҙә мәйет менән ерләнгән биҙәүестәр (алҡалар, сулпылар, йөҙөктәр, гәрәбә һәм быяла муйынсаҡтар, алтын уҡалар), көмөш билбауҙар, хайуан һөйәктәре лә табылған. Яңы турбаҫлы ҡурғандарын ҡалдырып киткән ҡәбилә европеоид антропологик типҡа ҡарай.
Материалдар Өфөләге Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия — Новотурбаслинские курганы 2016 йыл 7 апрель архивланған.
Һылтамалар
үҙгәртергәЯңы Турбаҫлы ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.