Яңы Муса (Ырымбур өлкәһе)

Яңы Муса — Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы ауылы. Яңы Муса ауыл Советының административ үҙәге.

Яңы Муса
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яңы Муса ауыл Советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Яңы Муса ауыл Советы[d][1]
Почта индексы 461473
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Район үҙәге Шарлыҡ ауылынан көнбайышта, тураға яҡынса 19 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһе архивында Муса ауылы телгә алынған беренсе документ 1795 йылға ҡарай. Бөтәһе 31 ир-ат, 25 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.[2].

1834 йылда Муса ауылына Пенза губернаһынан тағы ла 101 кеше күсеп килә. Муса башҡа баҙары булған ауылдар араһында иң ҙурыһы булып китә. 1850 йылда ауылда 396 ир-ат һәм 260 ҡатын-ҡыҙ, 108 ғаилә иҫәпләнә.

Халыҡ Ниәт йылғаһының уң яғына ултыра башлай. Ысынбарлыҡта ике ауыл барлыҡҡа килә. Ниәт йылғаһының һул яғында Иҫке Муса, ә уң яҡ ярында Яңы Муса ауылы. 1900 йылда ике Муса ауылы телгә алына. 1900 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ошолай яҙыла: «Каликинский улусының Ниәт йылғаһы буйындағы Иҫке Муса ауылында 379 кеше иҫәпләнә. Каликинский улусының Яңы Муса ауылында йәмғеһе 2218 кеше, 284 хужалыҡ, 3 мәсет һәм өс мәҙрәсә». Күренеүенсә, Муса ауылы барлыҡҡа килгәс тәүге ике тиҫтә йылында Ратчинский улусына ҡарай, ә аҙаҡ Каликинсий улусына күсерелә.

1918 йылда Иҫке Муса ауылы документтарҙа иҫәпләнмәй ҙә инде. Бер генә исем тороп ҡала - Яңы Муса. 1918 йыл башында Яңы Муса ауылында 6 мәсет һәм 6 мәҙрәсә була.

Урамдары:

− Шаҡ-шоҡ осо урамы - был урамда төрлө оҫтаханалар, тимерлек урынлашҡан була һәм көнө буйы балта һәм сүкеш тауыштары яңғырап тора.

- Баҙар осо урамы - баҙар урынлашҡан урам.

− Тархан урамы - был урамдың кешеләре башлыса Пенза губернаһынан Тархандан килгән кешеләр булалар.

− Типтәр урамы - Башҡортостандан сыҡҡан был урам кешеләрен «типтәрҙәр» тип атағандар, урам да шуға ошолай аталған.

− Яңы ауыл - төп ауылдан һуңыраҡ, яҡынса 1833 йылда барлыҡҡа килгән урам.

− Ҡотолдобаш урамы - урам 1985 йылда барлыҡҡа килә, башлыса колхоз өйҙәре. Исеме йәш ғаиләләрҙең ниһәйәт ата-әсәләренән айырылып, үҙ-аллы тормошҡа сығыуына ҡыуанып иркен тын алыуын белдерә.

− Дегет яндырған урманы - дегет етештерелгән урман.

- Бәпәй тауы - колхоз тормошоноң беренсе йылдарында, был урында уңыш йыйған ваҡытта Муса ауылының бер ҡатыны бала таба, ошо ваҡиғанан һуң был тау Бәпәй тауы тип атала башлай [3].

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 1028 кеше, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 812 кеше[4].

Танылған шәхестәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә