Яҡупов Ғимран Гәрәй улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы
(Яҡупов Ғимран Ғәббәс улы битенән йүнәлтелде)

Яҡупов Ғимран Гәрәй улы (1913 йыл — июль, 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙылармеец. Һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе була.

Яҡупов Ғимран Гәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Түбәнге Таш, Әбет ауыл Советы, Мәләүез районы, СССР
Вафат булған көнө 22 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғимран Гәрәй (ҡайһы бер документтарҙа Ғәббәс улы[сығанаҡ 1243  көн күрһәтелмәгән]) Яҡупов 1913 йылда Йомағужа (хәҙер Мәләүез) районы Түбәнге Таш ауылында донъяға килгән. Һуғышҡа тиклем ауылда колхоз рәйесе булып эшләгән. 1941 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ул ваҡыттағы Курск өлкәһе (хәҙерге Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы янында Брянск фронтының бер участкаһында 1942 йылдың июлендә немец ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Майор Ғариф Маҡаевтың 313-сө кавалерия полкында хеҙмәт иткән. 1942 йылдың 22 июлендә һәләк булған, туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[1].

Ҡатыны — Хәйриә Кинйәбулат ҡыҙы (1915—2013), 1942 йылда фронтҡа китер алдынан иптәшен һуңғы тапҡыр Алкино станцияһына барып күрә. Дүрт балаһын яңғыҙы ҡарап үҫтерә.

Ғимран Гәрәй улы Яҡупов исеме Липецк өлкәһе Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендәге обелискка яҙылып ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә