Яуымбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Яуымбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
үҙгәртергәЯуымбай башҡорт исеме — яуын + бай (Бөрйән районында ауыл исемендә һаҡланған)[1]
Яуымбай исеменән Яуымбаев фамилияһы барлыҡҡа килгән. Көнсығыш сығышлы күпселек исемдәре кеүек, Яуымбай исемендә ҡатмарлы нигеҙ бар. Уның беренсе өлөшө боронғо төрки телендәге яуми һүҙенә барып тоташа. Ғәҙәттә, был компонентты көндөҙ тыуған малайға ҡушҡандар. Исеменең икенсе өлөшө «бай», йәғни «хужа, абруйлы кеше, әфәнде» тигән төрки һүҙенәнә барып тоташа. Шулай итеп, был исемде «көнөнөң хужаһы» булараҡ тәржемә итеү варианттарының береһе яңғырай[2].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЯуымбай Ҡушъетәров — 18 быуыт уртаһында Бөрйән районының Яуымбай ауылына нигеҙ һалған Әбделмәмбәт ауылы кешеһе[3]
Ауылдар
үҙгәртергәЯуымбай (рус. Яумбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. .
Кесе Яуымбай (рус. Малая Яумбаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Кузнецкое ауыл биләмәһе составына инә.
Оло Яуымбай (рус. Большая Яумбаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Кузнецкое ауыл биләмәһе составына инә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәРядовой Яуымбаев — Рамаҙан Өмөтбаевтың «Атлы башҡорт» повесындағы образ.[4]
Яуымбай — Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесындағы төп образдарҙың береһе[5].
Йыр
үҙгәртергә«Яуымбай» — Рифат Йәмлихин һуҙҙәре һәм музыкаһы. Баязит Байназаров йырлай[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ на%20русский%20язык%20означает%20"дневной" Яумбаев 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Яуымбай ауылы 2021 йыл 7 октябрь архивланған.
- ↑ Атлы башҡорт
- ↑ Яуымбай
- ↑ Яуымбай (йыр)(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |