Яуыз малай (хикәйә)

Антон Чехов хикәйәһе

Яуыз малай — хикәйә. Антон Павлович Чехов яҙған. Хикәйә 1883 яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 23 июлендә «Осколки» журналының 30 һанында «Әшәке малай» («Скверный мальчик») йәки (Кесе йәштәге дачниктар өсөн хикәйә) тип аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Яуыз малай
Нигеҙләү датаһы 1883
Атамаһы Злой мальчик
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә That Wretched Boy[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 23 июль (4 август) 1883
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

Антон Павлович Чеховтың «Яуыз малай» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 23 июлендә «Осколки» журналының 30 һанында «Әшәке малай» («Скверный мальчик») йәки (Кесе йәштәге дачниктар өсөн хикәйә) тип аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Ул шулай уҡ А. Ф. Маркс баҫмаһына ла ингән. Әҫәрҙәр йыйылмаһы өсөн Чехов хикәйәһен ҡыҫҡартҡан, унан малайҙың ҡайнатма урлаған һәм төшкө ашты тасуирлаған картиналар алып ташланған.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват, чех, швед телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡитсе Л. Е. Оболенский хикәйәләге ғаилә тормошоноң йүнһеҙлеге һәм дыуамал үҙһүҙлелеге тасуирланған картиналарҙы айырыуса билдәләп үткән.

Хикәйәләге ваҡиға йәй көнө дачала бара. Иван Иваныч Лапкин һәм Анна Семеновна Замблицкая тигән йәш кешеләр йылға ярында балыҡ тота, ял итә. Яҡын-тирәлә кеше юҡ, Лапкин ҡыҙға үҙ күңелен асып һала: «Һеҙҙе күргәс тә, Һеҙгә күҙем төштө һәм мин беренсе тапҡыр ғашиҡ булдым, Һеҙҙе бөтә йөрәктән яраттым». Үҙенең мөхәббәте тураһында һөйләү менән бер үк ваҡытта ул ҡыҙға нисек итеп балыҡ тоторға, ҡармаҡты нисек ҡуйырға һәм ҡасан сирткән балыҡты ярға тотоп килтерергә кәңәш бирә. Ҡапыл Анна Семеновнаның ҡармағы сиртә, ул ибәтәйһеҙ генә ҡармаҡ һабын тарта, балыҡ ҡармаҡтан ысҡынып китә. Балыҡты тотоп ҡалырға тырышҡан Лапкин абайламайынса Анна Семеновнаның ҡулынан тотоп ала һәм уның ирендәрен үҙенә яҡын килтерә. Тегеһе ситкәрәк тайпылып ҡарай, ләкин инде барыһы ла һуң: «ирендәр иренгә тейешеп, үбешәләр». Был мәлде Анны Семеновнаның ҡустыһы, уларҙан әҙ генә алыҫтараҡ һыуҙа сыр-яланғас торған Коля тигән малай, күреп ҡала. Ул барыһын да күрә һәм «бик әсе мыҫҡыллап йылмая».

Йәштәр малайға бер һум аҡса бирә һәм бер кемгә лә бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә ҡуша. Малай бер тәңкә аҡсаны ла ала, Лапкиндан буяуҙар, ең ҡыҫтырғыстар, төрлө ҡатырға ҡаптар һәм туп та ала. Былай бүләктәр алыу малайға бик ныҡ оҡшап ҡала, һәм ул йәштәрҙе гелән күҙәтеп йөрөй башлай. Ул йәштәрҙе уларҙың үбешеп тороуҙары тураһында өлкәндәргә әйтеү менән янап ҡурҡыта; уға йәштәрҙән алған бүләктәр аҙ һымаҡ тойола һәм ул ахыр сиктә уларҙан кеҫә сәғәте алып биреүҙәрен таптыра башлай. Нишләргә белмәгән йәштәр малайға сәғәт вәғәҙә итә.

Ошо йылдың көҙөндә Лапкин Анна Семеновнаға никахлашырға тәҡдим яһай. Йәштәр Коляны табып алып, рәхәтләнеп, үстәре ҡанғансы Коляның ҡолаҡтарын борғослай.

  • Чехов А. П. Злой мальчик// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә