Яугир-фәрештә (чехословактарға һәйкәл)
һәм Фәрештә-яугир (чехословактарға һәйкәл) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Һәйкәл | |
Яугир-фәрештә
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Проект авторы | Я. Наврат |
Төҙөлгән ваҡыты | 1927 йыл |
Бөгөнгө хәле | реставрация талап ителә |
Яугир-фәрештә — Таганрог ҡалаһының иҫке зыяратында Граждандар һуғышы ваҡиғаларына бағышланған һәм чехословак хәрби әсирҙәренә ҡуйылған һәйкәл.
Һүрәтләнеше
үҙгәртергә1918 йылда Таганрогтағы Рус-Балтика заводында («Комбайндар заводы» акционер йәмғиәте) Беренсе донъя һуғышында әсирлеккә эләккән 1700 чех һәм словактар эшләй. Эшселәрҙең күпселеге һуғыш барышында большевиктар яғында көрәшеп, һәләк була. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн 1927 йылда Я. Наврат проекты буйынса ҡыҙыл ҡомташтан һәйкәл эшләнә. Ҡәбер таштары өҫтөндә яугир-фәрештә тора. Уның бер ҡанаты һынған, икенсеһе менән ул һәләк булған яуҙаштарының ҡәберен ҡапларға тырыша. Бындай скульптура менән автор һәләк булыусылар менән ғорурланыуын белдерергә теләй. Фәрештә фигураһын яртылаш эшләү скульпторҙың һәйкәлде вәкәләтле, иҫтә ҡалырлыҡ итергә тырышыуын раҫлай.
Цоколь эргәһендәге пьедесталда рус һәм чех телдәрендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:
Из далекой страны мужей и дел великих уныло-грустный гений прилетел. Он опустился над братской могилой на прах сынов той измученной страны, из рук которых безжалостная смерть вырвала всепобедный меч Свободы.
Революцион романтизм стилдә яҙылған был текст өлөшләтә генә һаҡланған. Яугир-фәрештәнең башының да фрагменты юғалтылған: яҙын ҡар ирегәндә йомшаҡ ҡомташ ашала. Һәйкәл ваҡытлыса консервацияланған, әммә ул ашығыс рәүештә реставрация талап итә.