Фәрештә-яугир (чехословактарға һәйкәл)
Һәйкәл | |
Фәрештә-яугир
| |
Ил | Россия |
Ҡала | Таганрог |
Проект авторы | Я. Наврат |
Төҙөлгән ваҡыты | 1927 йыл |
Бөгөнгө хәле | реставрация талап ителә |
Фәрештә-яугир — граждандар һуғышы тарихи ваҡиғаларына арналған, Таганрогтың иҫке ҡала зыяратында урынлашҡан, чехословак хәрби әсирҙәренә һәйкәл.
Тасуирлама
үҙгәртергә1918 йылда Таганрогтағы Урыҫ-Балтик заводында (акционерҙар йәмғиәте «Комбайн заводы») Беренсе донъя һуғышы ваҡытында әсирлеккә эләккән 1700 чехтар һәм словактар эшләй. Эшселәрҙең күбеһе граждандар һуғышы барышында большевиктар яғында һуғышып һәләк була. Уларҙы хөрмәтләп иҫкә алыр өсөн, 1927 йылда ҡыҙыл ҡомташтан Я. Наврат проекты буйынса һәйкәлдең төҙөлә. Ҡәбер ташы өҫтөндә фәрештә-яугир тора. Уның бер ҡанаты һындырырылған, икенсе ҡанаты менән һәләк булған иптәштәренең ҡәберен ҡапларға тырыша. Ошондай скульптура менән автор һуғышта ятып ҡалғандар менән ғорурлыҡ тойғоһон күрһәтергә теләй. Фәрештәнең ярым һынын индереү, скульпторҙың һәйкәлде мөһабәт, иҫтә ҡалырлыҡ итергә теләүен күрһәтә.
Пьедесталдың түбәнге өлөшөндә рус һәм чех телендә ошондай һүҙҙәр соҡоп яҙылған:
Из далекой страны мужей и дел великих уныло-грустный гений прилетел. Он опустился над братской могилой на прах сынов той измученной страны, из рук которых безжалостная смерть вырвала всепобедный меч Свободы.
Революцион романтизм стилендә яҙылылған был текст өлөшләтә генә һаҡланып ҡалған. Фәрештә-яугирҙең башы фрагменты юғалған: йомшаҡ ҡомташ ҡыш үткәс ҡар иреү ваҡытында емерелә. Һәйкәл ваҡытлыса цементлы һыу менән нығытылған, шуның арҡаһында төҫө үҙгәргән. Ашығыс рәүештә реставрация үткәрергә кәрәк.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Городская скульптура // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- Энциклопедия Таганрога / Гл. ред. В. И. Тимошенко. — 2-е изд., перераб. и доп. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003. — 510, [1] с. : ил., [4] л. ил., портр., карт. — 3000 экз. — ISBN 5-7509-0662-0