Викидатала элемент юҡ

Ярылҡап — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ярылҡап исеме башҡорт теленә ярлыҡау, ғәфү итеү мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Фамилиялар

үҙгәртергә

Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы — 1942 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ы Матрай районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Матрай ауылында тыуған. дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша (1985-87 йылдарҙа). Рәсәй президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле була 1991-95.

Ярлыҡапов Әхмәт Әмин улы  — 1970 йылдың 19 мартында, Дағстан АССР Нуғай районды Тирәкле — Мәктәп ауылында тыуған .Рәсәй исламоведы, дин антропологы, этнолог, кавказовед. Тарих фәндәре кандидаты.

Ярлыҡапов Шота Асанали улы . 1923 йылда Дағстан АССР-ының, Нуғай районы, Кумли ауылында тыуған .Ватан һуғышы ветераны сержант, "батырлыҡ өсөн"миҙалы , Ҡыҙыл байраҡ Ордены, Ҡыҙыл йондоҙ ордены, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Ярлыҡапов Мурадасил Уден улы.15.05.1925 — 24.01.2005 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.


Топонимдар

үҙгәртергә

Ярлыҡап (рус. Ярлыкапово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ