Япраҡ ҡуңыҙы (лат. Chrysomelidae, (рус. Листоеды ) —ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә сәскәле үҫемлектәрҙә йәшәй, уларға байтаҡ зарар килтерә торған ваҡ ҡуңыҙҙар[1]; ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙҙар ғаиләһендәге бөжәк. 35 000 төрҙө берләштерә.
Артҡы аяҡтары һикереү өсөн яйлашҡан ваҡ ҡуңыҙҙар (1-5 мм). Төрлө биотоптар — болон, урман, агроценоздарҙа йәшәйҙәр. Үҫемлек менән туҡланалар. Оло ҡуңыҙҙар япраҡты кимереп тишәләр һәм үҫеү нөктәһен юҡ итәләр. Ҡурҡыныс янағанда ер өҫлөгөндә йәшеренәләр. Үҫемлек ҡалдыҡтары аҫтында йәки тупраҡта ҡышлайҙар, яҙ үҫемлек шытымдарына йыйылалар. Личинкалары селәү һымаҡ, һары, тупраҡта йәки һабак эсендә үҫә. Күп кенә төрҙәре йәшелсә һәм баҫыу культураларына ҙур зыян һала. Аҡһыл аяҡлы, уйымлы, тулҡын һымаҡ ҡуңыҙҙар әүернә сәскәлеләрҙә йәшәй. Ҙур һабак, ябай һабак, иген һабағы ҡуңыҙҙары, ғәҙәттә, ҡыяҡлыларҙа була. Сөгөлдөрҙә — ябай сөгөлдөр ҡуңыҙы, бәрәңге һәм томатта — бәрәңге, киндер киндер ҡуңыҙҙары осорай. Япраҡ ҡуңыҙҙарына ҡаршы көрәштә көҙҙән баҫыуҙарҙы тирән итеп һөрөү, сәсеү алдынан орлоҡтарҙы һәм шытымдарны инсектицидтар менән эшкәртеү саралары ҡулланыла.
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
- Вредители сельскохозяйственных культур и лесных насаждений. Киев, 1974. Т. 2.