Янченко Николай Александрович
Николай Александрович Янченко (укр. Микола Олександрович Янченко; 1959, Винница өлкәһе Канава а.) — украин эстрада йырсыһы һәм композиторы, Украинаның халыҡ (2016) һәм атҡаҙанған артисы (2007).
Янченко Николай Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Украина |
Тыуған көнө | 1959 |
Тыуған урыны | Тыврив районы, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | композитор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Янченко Николай Александрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Александрович Янченко 1959 йылда Винница өлкәһе Тывров районы Канава ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс һәм урта белемде Канава, Колюхов, Сутисок уҡыу йорттарында ала. Тульчин мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлағас, драма коллективы режиссёры специальносын ала. 20 йылдан ашыу Винница өлкәһе Черневцы районы Моевка ауылында мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй. Ижади йәштәрҙең кураторы була һәм төрлө художестволы проекттар һәм музыкаль коллективтар ойоштороуҙы рухландыра, атап әйткәндә, «Любимая, любимый» вокаль дуэты шулай барлыҡҡа килә. Винница өлкә советының бер нисә саҡырылыш депутаты. Өлкә советының мәҙәниәт, рухи һәм тарихи мираҫ буйынса даими комиссияһы ағзаһы.
Украинаның бәләкәй ауылдарын һаҡлау өсөн сығыш яһай. 2008 йылдың 2 авгусында Канавала Илья пәйғәмбәр көнөндә йыл һайын үткәрелә торған «Мамина піч» («Әсәй мейесе») тигән этно-йыр фестивален ойоштора, йыл һайын уны үҙе алып бара, унда йыл да меңәрләгән тамашасы һәм билдәле ижади коллективтар һәм йырсылар йыйыла, классик украин йыр репертуарын башҡарыусы Украина халыҡ артисы Николай Свидюктан башлап үҙ төркөмө «Strong Time» менән рок вокалисы Александр Онофрийчукҡа тиклем төрлө жанрҙа һәм йүнәлештә сығыш яһаусылар ҡатнаша.
Винница ҡалаһында йәшәй.
Ижады
үҙгәртергәӘүҙем йырлау һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеген 1993 йылда башлай. Тәүге йыр йыйынтығы — «Моївське весілля». Бөтәһе 100-ҙән ашыу йыр яҙған, улар араһында «Наливай, кума», «Дай Бог», «Перелаз» тигәндәре айырыуса популяр булып киткән. Аудиоальбодарының күбеһе Винницалағы «Мед» фирмаһы (етәксеһе — В. И. Маринчук) менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә донъя күрә, был фирма Винница ерендә «йәшел туризм»ды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Музыкаль әҫәрҙәренең төп темаһы — тыуған ергә һөйөү, этник үҙлелекте, украинлыҡтың сығанаҡтарын, изгелек, инаныс, һөйөү, ата-әсәгә хөрмәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлау.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Украинаның халыҡ артисы (22.08.2016);
- Украинаның атҡаҙанған артисы (21.02.2007).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- 14 грудня 2014 — 55 років тому народився Микола Олександрович Янченко // Знаменні і пам'ятні дати Вінниччини 2014 року: хронол. довід. / уклад. О. Ю. Антонюк, Г. М. Авраменко; відповід. за вип. Н.І. Морозова; Упр. культури і туризму Вінниц. обл. держ. адмін., Вінниц. ОУНБ ім. К.А. Тімірязєва; — Вінниця: ТОВ Консоль, 2013. — С. 284–285.
- Тамтура Анатолій, Коваль Олександр. Історія Тиврівщини. — Вінниця: ФОП Барановська Т. П., 2012. — 444 с.
- Тиврівщина. Краєзнавчі нариси. — смт Тиврів: ТОВ Нілан-ЛТД, 2012. — 306 с.
- Гумен Є. Повінь пісень над Бугом! // Маяк. — 2008. — 8 вересня.
- Нагачевський А. На «маминій печі». // Маяк. — 2010. — 6 серпня
- Редько Тетяна. Народний кум зібрав «Мамину піч». // 33 канал. — 2011. — 10 серпня. — С. 12.
- Поліщук Людмила. "Ту хату в Канаві на березі Південного Бугу, де зараз «Родинне гніздо» зеленого туризму, будували мої дід та бабуся. // 33 канал. — 2011. — 17 серпня. — С. 8.
- Усатюк Володимир. На «маминій печі» ширшає коло друзів. // Маяк. — 2011. — 9 серпня
- Поліщук Людмила. «Мамина піч» зібрала понад 5 тисяч глядачів. // 33 канал. — 2012. — 8 серпня. — С. 12
- Нагачевський А. «Мамина піч» організувала співоче поле над Бугом-рікою. // Маяк. — 2012. — 7 серпня