Яман-Таш ҡаяһы (Ҡариҙел)

Силәбе өлкәһенең Наҙы— Петровск районындағы иң матур, үҙенсәлекле һәм серле ҡая.Ҡариҙел йылғаһының үрге ағымында, йылғаның Тимофеев һәм З

Ҡалып:Underlinked

Яман-Таш ҡаяһы— Силәбе өлкәһе Наҙыпетровск районына ҡараған ҡая.

Яман-Таш ҡаяһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Наҙыпетровск районы
Урын Ҡариҙел

Райондың иң матур тәбиғәт урындарының береһе. Ҡариҙел йылғаһының үрге ағымында, йылғаның Тимофеев һәм Зәйкә таштары араһында, Арыҫлан ауылы янында урынлашҡан Яман-Таш мәмерйәһе комплексы. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре составына инә (Силәбе өлкә советының халыҡ депутаттары башҡарма комитеттары ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән № 407 1989 йылдың 23 октябренән).

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡорт телендәге "яман " һүҙе - "насар" мәғәнәһен бирә. Йәғни атама Яман-Таш - "насар таш" тигәнде аңлата. Уның исеме мәмерйәләрҙең береһенә хас ғәжәп үҙенсәлектән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләйҙәр.

Ел билдәле бер йүнәлештә иҫкән саҡта мәмерйәлә ҡот осҡос геүләү ишетелгән. Шулай уҡ XVIII-XIX быуаттарҙа йылға буйлап баркаларҙа металл ташығанда ҡая янында йылғаның өлөшө үтеү өсөн бик ҡатмарлы урындарҙың береһе булған.

Яман-Таш ҡаяһы күп һанлы мәмерйәләре һәм тау ҡыуыштары, иҫ китмәле тәрән уяһы ( ситтәр тарлауыҡҡа “гномдар тарлауығы” тигән атамаһын биреп тә ҡуйғандар) , шулай уҡ ҡаяға төшөрөлгән боронғо һүрәттәре менән ҡыҙыҡлы.

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Боронғо заманда был ҡаялар изгеләштерелгән булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1960-64 йылдарҙа уҡ мансий ғаиләһе ҡаяға изге урын булараҡ килеп тә йөрөгән. Ҡая өҫтөндәге боронғо яҙмалар, һүрәттәр (ПИСАНИЦА) һаҡланған. Археологтар ғибәҙәт йолаларын күҙәтеү эҙҙәрен дә тапҡан.

Ҡая Ҡариҙел йылғаһынан бер аҙ ситтәрәк тора. Ҡаяның үҙенең генә бейеклеге - 40 метр. Әгәр йылғанан иҫәпләһәң, тағы ла юғарыраҡ - 60 метр тәшкил итә..

Түбәһенән Яман-Таш ҡая диуарына , Ҡариҙел йылғаһына шундай күркәм панорама асыла.

Яман-Таш өҫтөндә бик күп карст соҡорҙары барлыҡҡа килгән. Ҡайһылыр урындарында ныҡ аҫҡа киткән ҙур булмаған тишектәр күреп була. Уларҙың ҡараңғы төпкөлдәренән өҫкә һалҡын һауа өрөп тора. Тау түбәһенең бөтә ҡатламы бушлыҡтар, ҡыуышлыҡтар менән сорнап алынған.

Ҡая массивын аҫҡа ҡарай урталайға телгән, ғәҙәти булмаған тарлауыҡ ( егүҙәк) буйлап төшөргә мөмкин. Ул таш ҡаланың " урамын" хәтерләтә. Диуарҙың бейеклеге - ете метрға тиклем етә.

Һөҙәк битләүе буйынса ҡая аҫтына төшөп була. Ҡая нигеҙендә бик күп мәмерйәләр һәм тау ҡыуыштары барлыҡҡа килгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре бер нисә метрға тиклем юғарылыҡта көмбәҙ барлыҡҡа килтерә.

Доньяға асылыу тарихы

үҙгәртергә

1996 йылда Яман-Таш ҡаяһында спелеоархеолог Владимир Юрин тикшеренеү эштәре алып бара. Ул бында 11 мәмерйә һәм тау ҡыуышлыҡтарын асыҡлай. Уларҙың барыһын бергә Яман-Таш мәмерйә комплексы тип атай.

Тау ҡыуыштарының береһендә ғәжәйеп матур таш бағана (колонна )күтәрелә. Әммә ҡаялар һәм мәмерйәләр вандалдарҙан ныҡ зыян күргән.

Фән өсөн ҡаялағы боронғо һүрәттәр 1968 йылда археолог В.Т. Петрин тикшергәндән һуң билдәле була, Һуңынан 1990-сы йылдар башында В.Н. Широков тарафынан өйрәнелә.

Ғалимдар һүрәттәрҙе ике төркөмгә бүлә: төньяҡ (6 фигура менән ) һәм үҙәк (8 һүрәт төшөрөлгән). Шулай уҡ 2 яңғыҙ һүрәт табыла.

Бында түбәндәге һүрәттәрҙе күрергә мөмкин:

- Айырыуҙы хәтерләткән хайуан фигураһы;

- Ф-формалы антропоморф һындан һәм өс хайуан һүрәтенән композиция;

- уртаһында атҡа оҡшаған тояҡлы хайуан торған ике антропоморф һындан композиция;

-айыуҙарҙан тыш, ҡаяларҙа антропоморф һындар һәм араһынан береһе дөйәне хәтерләткән хайуандар һүрәте.

В.Т. Петрин ошо һүрәттәр эшләнгән ҡая эргәһендә ҡаҙыныу эштәре алып бара һәм ҡорбан комплексы ҡалдыҡтарын таба: балсыҡ һауыт-һаба киҫәктәре, охра киҫәктәре, таштан эшләнгән әйберҙәр (шул иҫәптән төйгөс була),илек, ат, ҡош һөйәктәре асыҡланған. Һүрәттәрҙең йәше аҙаҡҡы тимер быуатына ҡарай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә