Яланкүл (иҫке үҙән)
Яланкүл (рус. Яланькуль) — Башҡортостан Республикаһы Бөрө районында Ағиҙел йылғаһының уң ярындағы иҫке үҙәне[1].
Яланкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәЛимноним ялан — «дала, ҡыр» һәм күл — «күл» тигән башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺыу ятҡылығы Үгеҙ ауылынан көньяҡтараҡ, Калинник ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Күлдең майҙаны − 1,64 км², оҙонлоғо — 6,5 км, уртаса тәрәнлеге — 2,4 м.
Күл эвтроф сифатлы, дүртенсел осор, йәғни балсыҡлы, ҡомло тоҡомло; соҡоро оҙонса, атмосфера яуым-төшөмөнән туйына[2].
Яланкүл тирәләп Старица, Ҡәҙер, Светлое, Емелино, Иҫән, Дикое тигән һәм башҡа күлдәр урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыш осонда Яланкүлдән Инеш шишмәһе ағып сыға һәм уны, күрше күлдәрен (Дикое, Ҡәҙер һәм Старица) Ағиҙел менән тоташтыра[3].
Флораһы
үҙгәртергәЛандшафты: туғайҙар, урмандары бар. Тупрағы һаҙмырт ҡара-һоро аллювиаль урман типлы, ҡыуаҡтар менән ҡапланған.
Фаунаһы
үҙгәртергәКүлдә тартай, кесе сарлаҡ, һуна өйрәк, аҡсарлаҡ, сүрәгәй һәм башҡа ҡоштар тереклек итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с
- ↑ Ялань-Куль
- ↑ Яланькуль(недоступная ссылка)