Эмилия Якшич-Никезич (серб-хорв. Емилија Јакшић-Никезић / Emilija Jakšić-Nikezić; 29 апрель 1924 — 29 ноябрь 1949) Югославияның ҡатын-ҡыҙ-сәйәсмәне, Югославия Халыҡ-азатлыҡ һуғышы партизаны, Сербия Халыҡ Республикаһының ижтимағи-сәйәси эшмәкәре.

Якшич Эмилия
серб-хорв. Емилија Јакшић / Emilija Jakšić
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Тыуған көнө 29 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Белград, Югославия короллеге
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы[d]
Үлем сәбәбе авария[d]
Хәләл ефете Марко Никезич[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Партизанский памятный знак 1941 года

Биографияһы үҙгәртергә

1924 йылдың 29 апрелендә Белградта тыуған. Гимназия уҡыусыһы булараҡ, революцион хәрәкәткә ҡушыла. 1940 йылда Югославия коммунистик йәштәр союзы (СКМЮ) ағзаһы була, 1941 йылдың авгусынан партизан хәрәкәтендә ҡатнаша, СКМЮ-ның мәктәп етәкселеге ағзаһы була.

Йәштәр хәрәкәте етәксеһе булараҡ, Эмилия партизан акцияларын, диверсияларҙы һәм саботаждарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. 1941 йылдың ҡышында ҡулға алына, әммә һаҡ аҫтынан ҡаса. 1942 йылдың ғинуарынан Юговия Коммунистар партияһы ағзаһы. Югославияның Коммунистик йәштәр союзының (СКМЮ-ның) Белград ҡала комитеты тарафынан Земунға ебәрелә, өс тапҡыр оккупация властары уны ҡулға ала һәм өс тапҡыр арҡалаштарының тырышлығы менән азат ителә. СКМЮ-ның Земун район комитеты секретары, 1942 йылдың ноябрь айынана Югославия коммунистар партияһының Земун район комитеты ағзаһы.

1943 йылдың октябренән Шумадияла Югославия Коммунистар партияһының Серб край комитеты заданиеһы буйынса Югослания Коммунистик Йәштәр союзының край комитеты инструкторы булып эшләй. 1944 йылдан — Югослания Коммунистик Йәштәр союзының Серб край комитеты ағзаһы. Югославия азат ителгәндән һуң Югославияның коммунистик йәштәр союзында һәм Югославия Коммунистар партияһында төрлө вазифаларҙа эшләй. Сербия Коммунистар союзы Үҙәк Комитеты Президиумының буласаҡ рәйесе Марко Никезичта кейәүҙә була.

1949 йылдың 29 ноябрендә Обреновац янында автоһәләкәттә һәләк була. Югославияның бер нисә наградаһы, шул иҫәптән 1941 йылда Партизан иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнә. Хәҙер уның исемен Нова-Галениканың Земун районындағы бер урамы йөрөтә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Жене Србије у НОБ. — Београд: Нолит, 1975.