Якуб Колас дәүләт әҙәби-мемориаль музейы

Якуб Колас дәүләт әҙәби-мемориаль музейы Минскта XX быуат уртаһындағы тарихи бинала урынлашҡан, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (713Д000006 номерлы). Академик урамы, 5 (иҫке адрес: Азатлыҡ проспекты, 66а) адресы буйынса урынлашҡан.

Якуб Колас дәүләт әҙәби-мемориаль музейы
бел. Дзяржаўны літаратурна-мемарыяльны музей Якуба Коласа
Нигеҙләү датаһы 1959
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Урынлашҡан урамы Академическая улица[d]
Рәсми асылыу датаһы 1959
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Рәсми сайт yakubkolas.by
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q127600404?
Карта

Белоруссия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты һәм БССР Министрҙар Советының 1956 йылдың 16 авгусындағы ҡарарына нигеҙләнеп музейға нигеҙ һалына, килеүселәр өсөн 1959 йылдың 4 декабрендә асыла. Ул шағир Якуб Колас 1944 йылдың аҙағынан 1956 йылдың 13 авгусында вафат булғанға тиклем йәшәгән йортта урынлашҡан. Колас Минск азат ителгәндән һуң БССР фәндәр академияһы баҡсаһында урынлашҡан йортта йәшәй. Шағирҙың 70 йәшлек юбилейына, 1952 йылда, иҫке йорт урынында архитектор Г. Заборский проекты буйынса яңы йорт төҙөлә[1][2].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Биналар Сталин неоклассицизмы стилендә төҙөлә. Ҙур булмаған бина, ике ҡатлы, кирбестән, планда тура мөйөшлө була. Төп фасады симметриялы. Симметрия күсәре буйынса ярым түңәрәк фронтон менән биҙәлгән инеү урыны урынлашҡан. Бинаның арҡыры ҡырын симметрик өс ҡырлы эркерҙар биҙәй. Фасадтың биҙәлешендә пилястралар, колонналар, профилле кәрниздәр,һылап яһалған биҙәктәр ҡулланылған. Ихаталағы фасадтың ҡабырға өлөшөндә тәүге торлаҡ бина һаҡланып ҡала. Эсендә экспозиция залдары урынлашҡан, шағир йәшәгән икенсе ҡаттағы йыһаз шағир йәшәгән осорҙағы кеүек һаҡлана. Икенсе ҡатҡа менә торған ағас баҫҡыс рәссам В. Позняктың эштәре витражы менән биҙәлгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 134. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.
  2. В. Воложинский. Государственный литературно-мемориальный музей Якуба Коласа. Минск старый и новый (14 декабрь 2015). Дата обращения: 5 февраль 2019. 2019 йыл 7 февраль архивланған.