Һырдаръя

(Яксарт битенән йүнәлтелде)

Һырдарья́, (иҫк. Һыр-Дарья́, үзб. Sirdaryo, таж. Сирдарё, ҡаҙ. Сырдария, бор.грек. Ἰαξάρτης, Якса́ртес) — Урта Азияның иң оҙон, һыу күләме буйынса Амударъя йылғаһынан һуң икенсе йылға.

Һырдаръя
үзб. Sirdaryo, таж. Сирдарё, ҡаҙ. Сырдария
Характеристика
Оҙонлоғо 2212 км
Бассейн 219 000 км²
Һыу сығымы 703 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Нарын менән Ҡарадаръя
 · Урынлашыуы Үҙәк Тянь-Шань
 · Координаталар 40°54′00″ с. ш. 71°45′27″ в. д.HGЯO
Тамағы Кесе Арал диңгеҙе
 · Координаталар 46°09′15″ с. ш. 60°52′25″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Арал диңгеҙе

Илдәр Үзбәкстан Үзбәкстан, Тажикстан Тажикстан, Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Һырдаръя (Үзбәкстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Һырдаръя (Ҡаҙағстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Һырдаръя Викимилектә

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә
 
Һырдаръяла ҡояш ҡалҡа. Ҡыш. Байконур
 
Һырдаръя спутниктан

Йылға Фирғәнә үҙәненең көнсығыш яғында Нарын һәм Ҡарадаръя ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә. Һырдаръя аҡмаһы бассейндың таулы яғында формалаша. Йылға һыуы күбеһенсә ҡарҙан, әҙерәк өлөшө — боҙҙан, ямғырҙан килеп сыға.

Фәрғәнә үҙәненән ағып сыҡҡас, йылға Фәрхәд тауҙары аша үтеп, артабан Ас дала аша киң, урыны менән һаҙлыҡлы 14,7 км киңлектәге һыубаҫар аша аға.

Урта ағымда (Фәрхәд тауҙарынан Шардара һыуһаҡлағысына тиклем) Һырдаръяға Ангрен (Ахангаран), Чирчик, Келес йылғалары ҡушыла.

Һырдаръя түбәнге ағышында Ҡыҙылҡом ҡомлоғоноң көнсығыш һәм төньяҡ сигенән аға; йылға йүнәлеше бында боролмалы, тотороҡһоҙ, ҡыш-яҙ көнө йыш ҡына һыу таша. Һуңғы ҡушылдыҡ — Арыс. Түбәнге ағымда Төркестан ҡалаһы еренән Жосалы район үҙәгенә тиклем киң һыубаҫар бар (киңлеге 10—50 км, оҙонлоғо 400 км), күп юл, урыны менән ҡамыш баҫҡан, ауыл хужалығы өсөн ҡулланыла (дөгө, баҡса культуралын үҫтереү, йәшелсәселек, урыны менән баҡсасылыҡ өсөн). Һырдаръя тамағында күп юл, күлдәр, һаҙҙар менән дельта барлыҡҡа килә (Ҡазалы ҡалаһы тирәһендә), баҡса культураларын ҡарау өсөн ҡулланыла.

Һырдаръя элек Арал диңгеҙенә ҡоя, әммә һыу кимәленең ҡырҡа кәмеүе, диңгеҙҙең ике яртыға бүленеүе сәбәпле (1989 йыл), йылға диңгеҙҙең төньяғына ҡоя («Кесе диңгеҙ»). Һырдаръя һыуҙары хужалыҡҡа китә, шуға күрә йылға тамағында һыу күләме тәбиғи ваҡыттағыға ҡарағанда (1960 йылға тиклем) 10 тапҡырға кәмей.

Йылға бассейны

үҙгәртергә

Үҙән оҙонлоғо — 2212 км. Һырдаръя йылғаһы бассейнында Ҡырғыҙстандың Нарын, Жалалабад, Ош, Тажикстандың Согдий өлкәһе, Үзбәкстандың 6 өлкәһе: Әндижан, Наманган, Фәрғәнә, Ташкент, Жизак, Һырдаръя өлкәләре, Ҡаҙағстандың Көньяҡ Ҡаҙағстан, Ҡыҙылурҙа өлкәләре. Һырдаръя бассейны майҙаны — 219 000 км².

Каналдың 11-се километрында Фәрхәд ГЭС-ы (архитекторы Иосиф Каракис) урынлашҡан. Йылғала Ҡайраҡкүм (4,2 км³, Тажикстан), Шардара (5,7 км³, Ҡаҙағстан) һыуһаҡлағыстары бар. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендә Күкһарай һыуһаҡлағысы төҙөлә, 3 миллиард кубометрға күләмгә ҡаралған, төҙөлөш 2011 йылдың декабрендә тамамлана.

Һырдаръя буйында Хужанд, Һырдаръя, Бекабад, Шардара, Ҡыҙылурҙа, Байҡоңыр, Ҡаҙалы ҡалалары урынлашҡан.

Грек тарихсылары эштәрендә йылғаның урта ағымы «Танаис» исемен йөрөтә, уны скифтар еренән аҡҡан билдәле Дона-Танаис исеменән алалар. Ике Танаистың булыуы тураһында б. э. II б. грек яҙыусыһы Арриан яҙа. Уныңса, Һырдаръя урындағы боронғо «Яксарт» исемен йөрөтә, уны саҡ ырыуҙары ҡуллана.[1]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Йылғаның һул ярында, Ҡыҙылорда өлкәһендә Артыҡ Ата ҡаласығы урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Воронцов М. Э. «История народов Узбекистана». — Л.: АН УзССР, 1950. — С. 43. — 476 с.
  2. Артык Ата(недоступная ссылка) // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004.