Ябай үрмәксе ауы талпаны
Ябай үрмәксе ауы талпаны[4] (лат. Tetranychus urticae) үрмәксе ауы талпаны (Tetranychidae) ғаиләһендәге талпан төрө
Ябай үрмәксе ауы талпаны | |
![]() | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Tetranychus urticae Карл Людвиг Кох, 1836 |
---|---|
Таксономия рангыһы | Төр |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Tetranychus[d] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Aranya roja comuna, sviluška chmelová, Gemeine Spinnmilbe, red spider mite, Two-spotted spider mite, Vihannespunkki, Araignée rouge, Roðamaur, Paprastoji voratinklinė erkė, Hamama lelabah merah, Spint, Przędziorek chmielowiec, Обыкновенный паутинный клещ, 二斑叶螨, 二點葉蟎[1] һәм Bonespintmijt[2] |
Вики-проект | WikiProject Invasion Biology[d] |
URL секвенированного генома | metazoa.ensembl.org/Tetr…[3] |
![]() |
ТасуирламаҮҙгәртергә
Талпандың ҙурлығы һимеҙлегенең дәрәжәһенә бәйле. Инә заттың яҡынса оҙонлоғо 0,4 алып[5] 0,6 мм-ғаса, ата заттары 0,3-тән алып 0,45-кәсә. Йомшаҡ тәнлеләр. Эллипсоид формаһында, өҫкө өлөшө ҡабарып тора, аҫҡы өлөшө тигеҙ. Ҡарышлауыҡтарҙың үҫеше ваҡытында улар үтә күренмәле, төҫтәре асыҡ йәшелдән алып йәшкелт көрәнгә тиклем, ян яҡтарында беленеп торған ҙур ғына тимгеле була. Был тимгелдәр урта эсәктәрендә һуҡыр үтә күренмәле ҡапсыҡтар булараҡ барлыҡҡа килә. Көҙ аҙаҡтарынан алып яҙға тиклем ҡышлаусы инә заттар ҡыҙғылт һары — ҡыҙыл, асыҡ ҡыҙылғаса төҫтә булалар. Ҡарышлауыҡ фазаһында улар алты аяҡлы булалар, ә өлгөргән бөжәктәр барыһы ла һигеҙ аяҡлы.
ТаралышыҮҙгәртергә
Антарктиканан башҡа һәр ерҙә лә тереклек итә.
ТуҡланыуыҮҙгәртергә
Полифагтар. Донъяла 200-ҙән артыҡ үҫемлек-хужа иҫәпләнә. Шулар араһында бик мөһим ауыл хужалығы үҫемлектәренән виноград, мамыҡ, маниок һәм соя бар[5]. Үрмәксе ауы талпандары үҫемлектәрҙең япраҡтарынан уларҙың һуттарын һура, был үҫемлектәрҙең япраҡтарын һарғайта, улар һулый, аҙаҡтан ҡойола.[6].
ДошмандарыҮҙгәртергә
Тәбиғи дошмандары булып йыртҡыс талпан Phytoseiulus persimilis иҫәпләнә. Улар башлыса үрмәксе ауы талпандарын аулай[5], Һәм шулай уҡ йыртҡыс талпан Neoseiulus californicus уның хас дошманы.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ https://taibnet.sinica.edu.tw/chi/taibnet_species_detail.php?name_code=400535 (билдәһеҙ) — 2003.
- ↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=141451
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Захваткин Ю. А. Акарология — наука о клещах: История развития. Современное состояние. Систематика : Учебное пособие. — М. : Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2012. — С. 121. — ISBN 978-5-397-02126-5.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Thomas R. Fasulo & H. A. Denmark. Twospotted spider mite . Featured Creatures. University of Florida / Institute of Food and Agricultural Sciences (December 2009). Дата обращения: 20 май 2011. Архивировано 22 ноябрь 2012 года.
- ↑ В. Н. Пермякова. Защита растений от вредителей и болезней. — Петрозаводск: Карелия, 1988. — ISBN 5—7545—0025—4.