Юрятин
Юря́тин — Борис Пастернактың «Доктор Живаго» романының ҡайһы бер ваҡиғалары булған уйлап сығарылған ҡала.
Пермь — Юрятиндың өлгөһө
үҙгәртергәЮрятиндың өлгөһө булып Пермь ҡалаһы тора, уның янында 1916 йылда Всеволодо-Вильва ҡасабаһында Борис Пастернак бер нисә ай йәшәй. Был фактты ситләтелгән раҫлау булып романда һүрәтләнгән «Юрятин ҡала китапханаһы» һәм «фигуралар менән йорт» тора, уларҙа Пермь ҡалаһында йәшәүселәр Смышляев йортон таный ала (XX быуат башында бында ысынлап та ҡала китапханаһы урынлаша, хәҙерге заманда — Пушкин исемендәге ҡала китапханаһы) һәм Грибушин йорто (хәҙер унда Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһенең Пермь ғилми үҙәге урынлашҡан)[1].
Пермь ҡалаһында «Юрятин» мәҙәниәт үҫеш фонды булдырыла, ә 2006 йыл, «Доктор Живаго» романының 50 йыллығы һәм яҙыусының ҡалаға килеүенә 90 йыл тулыу йылы, Пастернак йылы тип иғлан ителә.
2006 йылдың июлендә Всеволодо-Вильвала яҙыусының йәшәгән йортонда Борис Пастернактың йорт-музейына нигеҙ һалыу тантанаһы үтә.
Юрятиндың әҙәби шәхсиәттәре
үҙгәртергәБыл бүлек тамамланмаған. |
- Громеко Анна Ивановна, ҡыҙ ваҡытындағы Крюгер, «фабрикант-тимерсе һәм Уралдың Юрятин янындағы ҙур урман дачаһында ташландыҡ табышһыҙ рудник хужаһы» ҡыҙы[2]. Ул үҙенең бала сағы тураһында һөйләй: «Уралдың Рыньве йылғаһында, олатаһының Варыкин имениеһында үткәргән»[3].
- Романдың төп героиняһы — Лара. Юрятин уның тыуған ҡалаһы була. Ул унда ире Петр менән уҡыуын дауам итеү өсөн бара.
Юрятиндың васифы
үҙгәртергәБыл бүлек тамамланмаған. |
Ҡала «урта һәм түбәнге ағымында суднолар йөрөй торған ҙур Рыньве йылғаһы буйында тора һәм Урал тимер юлдары линияһында урынлашҡан. Юрятинда ҡыштың яҡынлашыуы кәмә хужаларының уларҙы йылғанан ҡалаға арбаларҙа күтәреүе менән билдәләнә. Шунда уларҙы үҙҙәренең ихаталарына алып китәләр, унда кәмәләр яҙға тиклем асыҡ һауала ҡышлайҙар. Ихаталарҙың төпкөлөндә ер өҫтөндә аҡһыл төҫтәге боролған кәмәләр Юрятинда башҡа урындарҙа көҙгө торналар осошо йәки беренсе ҡарҙы аңлатҡан»[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абашев В. Пермь как текст. Пермь в истории русской культуры и литературы XX века. — Пермь: Пермь университеты, 2000. — С. 263—275. — 394 с.
- ↑ Пастернак Б. Доктор Живаго. — 1957. — С. Раздел 20// Часть вторая.
- ↑ Пастернак Б. Доктор Живаго. — 1957. — С. Раздел 4//часть 3.
- ↑ Пастарнак Б. Доктор Живаго. — 1957. — С. Раздел 4//Часть 6.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В поисках Юрятина. Литературные прогулки по Перми / В. Абашев тәхрир аҫтында. — Пермь, 2005 йыл.
- Ваксман С. И. Путеводитель по Юрятину. — Пермь: Китап донъяһы, 2005 йыл. — 144 б. — ISBN 5-93824-063-8.