Юрьев Виктор Леонидович

Техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләү

Юрьев Виктор Леонидович (19 ғинуар 1951 йыл, Өфө) ― ғалим, инженер-механик, ауыл хужалығы производствоһын механизациялау өлкәһендәге белгес. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2006), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2014), Рәсәй Федерацияһының почётлы авиаэшләүсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987)[2].

Юрьев Виктор Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 19 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, инженер-механик, университет уҡытыусыһы, уйлап табыусы
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Леонидович Юрьев 1951 йылдың 19 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1973 йылда «Машиналар эшләү технологияһы, металл ҡырҡыу станоктары һәм инструменттары» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. 1973 йылдан В. Л. Юрьевтың бөтә производство эшмәкәрлеге Технология һәм производствоны ойоштороу институты (НИИТ) менән бәйле, 1979 йылдан алып Урал филиалында ғилми‑тикшеренеү секторы начальнигы, 1983 йылдан — фәнни эштәр буйынса начальник урынбаҫары, 1992 йылдан башлап директор, 1995 йылдан — генераль директор. 2000 йылда «Комплексная технология изготовления сложнофасонных деталей газотурбинных двигателей (ГТД) при нестационарных условиях обработки» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

В. Л. Юрьевтың фәнни эшмәкәрлеге авиация двигателдәре деталдәрен яһау технологияларын эшләү менән бәйле. Ул тәүге тапҡыр стационар булмаған механик эшкәртеүҙе оптималләштереүҙең күп параметрлы алымдарын дәлилләй һәм тәҡдим итә. Тармаҡ ғилми йүнәлеше етәксеһе, уның сиктәрендә стационар булмаған механик эшкәртеүҙе күп параметрлы оптималләштереү алымдары, технологик параметрҙарҙы тотороҡландырыу системалары тәҡдим ителә, газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен үткер йөҙ һәм абразив менән эшкәртеү өсөн һанлы программаланған махсус ҡорамалдар, шул иҫәптән һанлы программа менән идара ителеүсе беренсе махсуслаштырылған станок (4ФСЛ-8П) эшләнә. Улар илдең станоктар эшләү заводтарында эшләп сығарылған һәм Рәсәй Федерацияһы һәм Украина предприятиеларында индерелгән. В. Л. Юрьевтың әүҙем ҡатнашлығында һәм етәкселегендә үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре СССР Авиация сәнәғәте министрлығының мөһим фәнни ҡаҙаныштары иҫәбендә күп тапҡыр билдәләнә һәм бер нисә халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйыла. В. Л. Юрьевтың күп яҡлы эшмәкәрлеге күп тапҡырҙар Авиация сәнәғәте министрлығының, Рәсәй авиация-йыһан агентлығының рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнә[3][4][5].

Стационар булмаған механик эшкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәр циклы өсөн ул ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә. Уйлап табыуҙарға 7 авторлыҡ танытмаһы бар, уларҙы ҡулланған өсөн уға «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» тигән түш билдәһе тапшырылған (1987 йыл). 120 баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән ике монография авторы[3].

Педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

В. Л. Юрьев Өфө дәүләт авиация техник университетының «Машиналар эшләү технологияһы» кафедраһы профессоры булараҡ ғилми-педагогик эшмәкәрлеккә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Күп йылдар дауамында ул аттестация һәм имтихан комиссиялары рәйесе, диссертация советтары ағзаһы һәм попечителлек советы ағзаһы булып тора. Кафедраның уҡытыу-методика базаһын камиллаштырыу менән системалы шөғөлләнә[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Юрьев Виктор Леонидович шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы ағзаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Сәнәғәт үҫеше буйынса комитеты ағзаһы булып тора[4].

Хеҙмәттәре[4]

үҙгәртергә
  • Автоматизация определения оптимальных параметров при нестационарных условиях резания. Москва: Отраслевая библиотека авиационной промышленности. 1992 . — 144с.
  • Совершенствование технологических процессов нестационарной механической обработки сложнофасонных деталей газотурбинных двигателей. Уфа: Министерство образования и науки Российской Федерации. 2004.- 131с.
  • Термодинамика и технология нестационарной обработки металлов резанием. М., 2009 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3]

үҙгәртергә
  • «Почетлы авиатөҙөүсе» (1999 йыл),
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (2002),
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2014),
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы авиатөҙөүсеһе (2000),
  • СССР‑ҙың уйлап табыусыһы түш билдәһе (1987),
  • «Рәсәй ғалимдары» интернет-энциклопедияһында ҡатнашыусы,
  • ВДНХ-ның бронза миҙалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә