Юрматы — Ишембай ҡалаһы микрорайоны[1][2], уның көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.

Юрматы
Нигеҙләү датаһы 1999
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Юрматы Викимилектә

Юрматы микрорайоны ике өлөшкә бүленә — Юрматы-1 һәм Юрматы-2. Май, Алебастр һәм Көньяҡ микрорайондары менән сиктәш.

Биҫтәнең икенсе өлөшө төҙөлә
Биҫтәнең беренсе өлөшө төҙөлә

Урамдары

үҙгәртергә

Микрорайонда күпселек урамдар Ишембай ҡалаһының атҡаҙанған нефтселәре исеме менән аталған[3]. Исемдәр «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығы юллауы буйынса тәҡдим ителгән.

  • Йәштәр урамы
  • Булат Рафиҡов урамы
  • Роман Бучацкий урамы
  • Миңлеәхмәт Ғәйфуллин урамы
  • Андрей Рябов урамы
  • Халиҡов Тимербулат урамы
  • Толстой урамы
  • Валентин Шашин урамы

Башҡортостан Республикаһы «Ишембай районы» муниципаль район советының 2011 йылдың 20 майындағы № 35/508 ҡарары буйынса микрорайондағы өс урамдың исемдәре раҫланған[4]:

  • Маннанов урамы
  • Сайранов урамы
  • Черных урамы

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

2008 йылда микрорайонда торлаҡтың квадрат метры хаҡы юғары булыуы күҙәтелә[5]. Бер квадрат метр өсөн хаҡ 12 мең.

Әлеге ваҡытта Юрматы — хәҙерге заманса төҙөлөш алып барылған биҫтә. Өй төҙөүселәрҙең өлөшләтә ҡатнашлығы шарттарында коттедждар төҙөлөшө алып барыла. Төҙөлөш ҡала һәм республика бюджетынан бүленгән аҡсаға алып барыла[6][7][8].

Юрматы — торлаҡ төҙөлөшө һәм сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү өсөн иң перспективалы биҫтә. Энергетика ҡеүәттәре етмәй, 15 МВт ҡеүәтле трансформатор подстанцияһы төҙөү кәрәк. Биҫтәнең икенсе өлөшөндә үҙләштерелгән территория майҙаны 22,9 гектар тәшкил итә, сафҡа индерелгән торлаҡ 16 мең кв. м[9].

2012 йылда микрорайонда электр менән тәьмин итеү системаһын ойоштороу планлаштырыла[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — В. 2. — № 3. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014. 2014 йыл 19 август архивланған.
  3. Гареева А. «Пройду по Абрикосовой, сверну на Виноградную»… (рус.) // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2008. — № 32.
  4. Об утверждении наименований улиц в городском поселении «город Ишимбай» муниципального района «Ишимбайский район» Республики Башкортостан (микрорайон Юрматы) (doc). Официальный портал города Ишимбая. Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 27 июль 2012 года. 2016 йыл 11 март архивланған.
  5. Кагиров Р. Я. В этом году мы активно поработали (рус.) // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2008.
  6. Щеколдина Д. Город на Белой... Ишимбай! (рус.) // Архитектура Строительство Дизайн : журнал. — Уфа, 2007. — № 8.
  7. ПОСТАНОВЛЕНИЕ главы Администрации муниципального района Ишимбайский район РБ от 12.03.2007 N 495 «ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ПРОЕКТА ГРАНИЦ РАЗДЕЛЕНИЯ ЗЕМЕЛЬНОГО УЧАСТКА С КАДАСТРОВЫМ НОМЕРОМ 02:58:02 03 16:0080»
  8. Схема проекта планировки микрорайона Юрматы, г. Ишимбай 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
  9. Грешнякова Т. Н. Будущее строим по кирпичику (рус.) // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2012.
  10. Кагиров Р. Я. «Сообща довести начатое до конца» (рус.) // Здравствуйте, соседи! : газета. — Ишимбай, 2012. — № 2.