Никифоров Юрий Никифорович

(Юрий Никифоров битенән йүнәлтелде)

Никифоров Юрий Никифорович (16 ноябрь 1934 йыл — 27 ноябрь 2012 йыл) — ғалим-политолог, тарихсы, юғары мәктәп уҡытусыһы. Тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1980), Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). СССР‑ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999).

Никифоров Юрий Никифорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Аделькин, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 ноябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Никифорович Никифоров 1934 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Аделькин ауылында тыуған.

1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, юғары уҡыу йортоноң ВЛКСМ комитеты секретары булып эшләй[1].

1957—1960 йылдарҙа Салауат ҡалаһында мәктәп директоры була. Артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһында уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1963 йылдан алып уҡытыусы, 1969 йылдан алып — Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире[2].

1991 йылдан алып 2012 йылда вафат булғанынса Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы мөдире булып эшләй. Рәсәй сәйәси фәндәр ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе була[3].

2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» маҡтау билдәһе менән бүләкләнә[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Юрий Никифорович Никифоров ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — сәнәғәт тарихы, йәшәү рәүеше, сәйәси система һәм сәйәси мәҙәниәт. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәте баҫыла, шул иҫәптән, 7 монографияһы.

Нәшер ителгән хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • XXVI съезд КПСС о проблемах совершенствования социалистического образа жизни: Межвуз. науч. сб. — Уфа: БГУ, 1982. — 171 с. (соавт.);
  • Опыт исследования политической культуры сельского труженика. Уфа, 1985;
  • Политология. Уфа, 1993 (соавт.);
  • Основы политологии. Уфа, 1994;
  • Политология: Курс лекций. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2008. — 151 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә