Юл һарайы (Стрельна)


Юл һарайы (Петр I Кесе һарайы) — Петербургтың Стрельналағы петр ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң тәүге ҡаралтыһы. Һарай Фин ҡултығына яҡын ғына, Нева турһығының көньяҡ өлөшөндә, боҙлоҡтар сигенеү заманынан тороп ҡалған убала тора. Ул Стрельна йылғаһына йәнәш, соҡорҙар менән уратылған.

Юл һарайы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стрельна
Урын Стрельна
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Strelna[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Больничная горка, 2
Карта
 Юл һарайы Викимилектә

Күләме һәм биҙәлеүе буйынса ябай ҡаралты императорҙың Петербургтан төҙөлөп ятҡан Кронштадтҡа һәм ҡала ситендәге Стрельналағы резиденцияһына даими йөрөгән сағында ял итеү туҡталышы сифатында төҙөлгән.

Төҙөү башланыуы — 1716 йылда (икенсе версия буйынса — 1710—1711 йылдарҙа). Петр I ҡбинаны архитектор Жан-Батист Леблонға ҡуша. Ул вафат булғандан һуң Стрельналағы эштәр барыһы ла архитектор Николо Микетти ҡулына күсә. 1719—1720 йылдарҙа император теләге буйынса Оло таш һарайға нигеҙ ташы һалыуҙы байрам итер өсөн, ул өйҙө киңәйтеп яңырта. Был осорҙа мезонин һәм юғарыһында зур булмаған террасалы алты колонналы ҡәтғи тоскан ордеры портигы төҙөлә.

Һарайҙан башҡа был территорияла бал ҡорто һарайы, емеш-еләк баҡсаһы эшләнә һәм, шуға күрә, император һарайына килгән саҡта, шунда уҡ үҫкән аҙыҡ менән туҡлана. Петр сит яңылыҡтарҙы белеп барырға яратҡанлыҡтан, ул бында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Голландия картуфын сәскән тигән риүәйәт йөрөй. Һарай алдындағы бәләкәй генә фонтан һыуҙы 10 метр бейеклеккә тиклем күтәргән.

Әммә тиҙҙән Петрҙың Стрельнала резиденция төҙөү планы үҙгәрә: император резиденцияһын Петергофта төҙөргә була[2]. Баҡһаң, тирә-яҡта һыу бик күп булыуына ҡарамаҫтан (Кикенка һәм Стрельна йылғалары), Петрҙың Төньяҡ Версалияны, француз Версаленә оҡшатып, ҙур фонтан каскадтарын төҙөү мөмкинлеге булмай, — һыу фонтанға үҙе ағып инмәй , ә XVIII быуат башында насос ҡорамалдарын ҡороу ҡиммәтле һәм ҡатмарлы бурыс була, — һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан бер нисә тиҫтә йылдар алда тәүге пар двигателдәре XVII быуат уртаһында төҙөлгән булһа ла. Петергофта фонтан төҙөү өсөн шарттар тәбиғәт тарафынан үҙе булып, ҡоролма ойоштороу иҡтисади яҡтан тиҙ һәм уңайлы була.

 
Һарай артының фасады, юлдары Петергоф яғына сығып тора.

1722 йылда Петр I һарайын ҡыҙы Елизаветаға бүләк итә. Елизавета бинаны һуңыраҡ юл һарайы сифатында ҡуллана башлай, ул бында Петергофҡа сәфәр ваҡытында ғына туҡталған. Петр I вафатынан һуң, башҡаса бер генә хаким дә бында төн уҙғармаған.

Һарай бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола(яңы ағас конструкциялары элементтары тулыһынса һүтелеп, яңыға алмаштырыла), 1750, 1799, 1837—1840. һәм 1799 йылдарҙа һарай яңыртылған. Әммә был һарай һәр саҡ Романовтар династияһы ҡулында була, башҡа ҡулдарға күсмәй.

1749—1750 йылдарҙа Елизавета Петровнаның обер-архитекторы Бартоломео Франческо Растрелли һарайҙы үҙгәртеп ҡорола, йорт аҫндағы нигеҙҙе таш нигеҙ менән алмаштыра һәм йорт алдына скульптуралар ҡуйылған ике сәскә клумбаларын булдыра.

XVIII быуатта һарайҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт госпиталь эшләй.

1797 йылда император Павел I һһарайҙы, Оло таш һарай менән бергә улы, бөйөк кенәз Константин Павловичҡа, бүләк итә.

Октябрь революцияһынан һуң һарай милләт милкенә әйләндерелә һәм бала табыу йортона тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышында һарай оккупация аҫ:тында тора һәм һуғыштарҙан зыян күрә (1941 йылдың октябрендә һарай янына Стрельна десанты төшөрөлә).

1944 йылда фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәндәндән алып ХХ быуаттың 50-се йылдарына тиклем һарай буш тора. 1951—1952 йылдарҙағы тергеҙеү эштәре (архитекторы Н. М. Уствольская) тамамланғандан һуң, һарайҙы балалар яслеһенә бирәләр.

 
1980 йылғы фото

1981 йылда Петр I ағас һарайын «Петергоф» музей-ҡурсаулығына тапшырырға ниәтләйҙәр, был ниәт бары тик 1987 йылда ғына тулыһынса тормошҡа ашырыла.1987-1999 йылдарҙа һарайҙа реставрация була. Шулай уҡ парк һәм архитектор Растрелли Бартоломео Растрелли проекты буйынса төҙөлгән ике фонтан тергеҙелә.

Реставрациянан һуң музей асыла. Экспонаттар араһында — Петр I тере сағында төшөрөлгән портреты, Иван Балакирев портреты, император ҡулының гипстағы эҙе, император Екатерина I үҙ ҡулы менән теккән ҡорама юрған.

Хәҙер Юл һарайы — Стрельна тарихының төп мәғлүмәт үҙәге. Ундағы даими экспозициялар: «Стрельна һарайы һәм уның хужалары тарихы», «XVIII быуат интерьеры тарихы» -бар, бында төрлө күргәҙмәләр ойошторола.

Тарихи даталар

үҙгәртергә
  • 1716 (икенсе версия 1710—1711) — Петр I Кесе һарайын төҙөү
  • 1719—1720 — Петр I указы буйынса һарайҙы үҙгәртеп ҡороу
  • 1749—1750 — һарай һүтелә һәм аҙаҡ Бартоломео Франческо Растрелли етәкселеге аҫтында тергеҙелә. Йорт аҫтына таш нигеҙ яһалған.
  • 1797 — сираттағы реконструкциялау сираттағы (моғайын, Андрей Воронихин етәкселегендә).
  • 1834—1840 — һарай архитектор Христиан Мейер тарафынан ремонтлана.
  • 1917 — дөйөм милләт милкенә әүерелә.
  • 1941—1944 — оккупацияла тора.
  • 1951—1952 — һуғыштан һуңғы тергеҙеү (архитекторы Н. М. Уствольская).
  • 1987 — бина һәм уны уратып алынған биләмәләр «Петергоф» музей-ҡурсаулығына тапшырыла. Архитектор М. Дементьева етәкселеге аҫтында реставрациялана.
  • 1999 — реставрациянан һуң һарайҙа музей асыла.
  • А. Г. Раскин һарай-парк ансамбле элекке юлдар петергоф
  • Гусаров А.Ю.,Краснов И.А. Фонтаны Петербурга и пригородов. — СПб, 2009. — ISBN 978-5-93437-350-5.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә