Юл саттары (фонд)
«Юл саттары» фонды (Crossroads Foundation, 國際十字路會) — хәйриә һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өлкәһендәге Һоңҡоң коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, ресурстарҙы һәм ярҙамға мохтаж кешеләрҙе берләштереү менән шөғөлләнә. Штаб-фатиры Тхюньмунь округында урынлашҡан. Фонд Һоңҡоңда кешеләрҙең үҙҙәренән артҡан йә тотонолған сифатлы әйберҙәрҙе йыя, кәрәк булһа, уларҙы яңырта, йүнәтә һәм мохтаждарға тарата (Global Distribution). «Юл саттары» фонды шулай уҡ моделләштереү программалары өлкәһендә лә эшләй (Global X-Perience), йәғни ҡәҙимге кешеләргә ҡала фәҡирҙәре, ҡасаҡтар, ВИЧ-инфекциялылар һәм һуҡырҙар хәленә тарып ҡарау мөмкинлеген бирә, ярлылар тарафынан етештерелгән кустар әйберҙәрҙе һатышып (Global Handicrafts) һәм Silk Road Cafe аша ғәҙел сауҙа ойоштороп, социаль эшҡыуарҙарға булышлыҡ итә. Global Hand программаһы компанияларға һәм айырым эшҡыуарҙарға артабан бергәләп эшләү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән партнёрлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу майҙансығы булып хеҙмәт итә (офистары Һоңҡоңда һәм Бөйөк Британияла)[1][2][3][4][5][6].
Фонд, һөнәрселәр һәм кустарҙар етештергән тауарҙарҙы һатып, төп килемен алыусы аралашсыларҙан айырмалы рәүештә, Global Handicrafts программаһы аша өсөнсө донъя илдәренән тауарҙарҙы ғәҙел хаҡҡа һатып ала һәм бик бәләкәй өҫтәмә менән һата[7]. Silk Road Cafe’ла фәҡирҙәр үҫтергән һәм уларҙан һатып алынған ризыҡтар һатыла[8][9]. Һоңҡоңдағы британ хәрби базаһының элекке казармалары Crossroads Foundation’дың төп базаһы булып хеҙмәт итә. Иғәнә итеп бирелгән тауарҙарҙың 60%-ы Һоңҡоңда бүленә, ҡалғандары донъяның 90-лап иленә оҙатыла.
Тарихы
үҙгәртергә1995 йылда Һоңҡоң ирекмәндәре Төньяҡ Ҡытайҙағы ташҡын ҡорбандарына йылы кейем-һалым һәм башҡа төрлө гуманитар ярҙам ебәрә. Ойошма үҫеп, рәсми теркәлгәс, Һоңҡоң властары уларға йыйылған иғәнәне һаҡлау өсөн бина бирә. Бер аҙҙан фонд ҙур контейнерҙар майҙансығы һәм бер нисә келәт аса, уларҙа йыйылған кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, матрастар, одеялдар, уйынсыҡтар, китаптар, яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы, мебель, компьютерҙар, офис ҡорамалдары, электр көнкүреш приборҙары, көнкүреш кәрәк-ярағы, дарыуҙар һәм медицина тауарҙары һаҡлана. Ойошма штаты 1995 йылдағы ике кешенән 70 хеҙмәткәргә тиклем үҫә, күп һанлы ирекмәндәр өҫтәлә[10].
Халыҡ-ара компанияларға һәм хөкүмәткә ҡарамаған хәйриә ойошмаларына берләшергә ярҙам иткән Global Hand майҙансығын эшкә ҡушып, фонд был проектты БМО структураһына индерә. Сербия ҡасаҡтарына тегеү машинкалары ебәргәндән һуң фонд ғәҙел сауҙаны үҫтереүгә һәм фәҡирҙәр етештергән тауарҙарҙы һатыуға йүнәлтелгән яңы Global Handicrafts проектын эшкә ҡушты (бөгөн фонд структуралары Камбоджала пуляларҙан эшләнгән алҡаларҙы, енси ҡоллоҡтан ҡотолған һинд ҡатын-ҡыҙҙары теккән сумкаларҙы, Африкалағы һуғыштар ҡорбандары етештергән затлы биҙәүестәрҙе ғәҙел хаҡтарға һата)[10][11].
2005 йылда фонд эшҡыуарҙарға үкһеҙ фәҡирлек хәлен үҙҙәренә үлсәп ҡарарға — сүп-сар өйөмдәрен йыйыштырырға, ни етте шунан аласыҡтар төҙөргә — тәҡдим итте. Ошонан һуң Global X-Perience проекты эшләй башланы ла инде, был проект ҡәҙимге кешеләргә фәҡирлектә, һуғыш барған шарттарҙа, таҙа һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ көн итеп, ВИЧ-инфекциялылар һәм һуҡырҙар тормошо менән йәшәп ҡарарға тәҡдим итә. Программаны үткәндән һуң, кешеләр фондҡа һәм мохтаждарға нисек ярҙам итә алыуҙары тураһында уйлай башлай[10][12]. Йыл һайын БМО-ның Ҡасаҡтар эштәре буйынса Юғарғы комиссары идаралығы үтенесе буйынса Global X-Perience проекты командаһы [ Бөтә донъя иҡтисади форумы] барышында донъя лидерҙары өсөн ҡасаҡтарҙың ҡасыу ситуацияһын моделләштерә[13][14].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Our Work (ингл.). Crossroads Foundation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Global Hand (ингл.). United Nations. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Splunk® at Crossroads Foundation (ингл.). Splunk Inc. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Crossroads Foundation (ингл.). International Boundless Fellow Alliance of Economic Development and Aid. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ The motley but passionate crew making a difference at the Crossroads Foundation (ингл.). South China Morning Post. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Hong Kong's Crossroads Foundation (ингл.). Microsoft Corporation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Global Handicrafts (ингл.). Crossroads Foundation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ The Silk Road Cafe (ингл.). Crossroads Foundation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ The Silk Road Cafe (ингл.). Global Handicrafts. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 History: The Crossroads Story (ингл.). Crossroads Foundation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Global Handicrafts (ингл.). Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Global X-perience (ингл.). Crossroads Foundation. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Refugee Run at Davos (ингл.). Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Crossroads Foundation take 'Refugee Run' to Davos' World Economic Forum (ингл.). Mirror. Дата обращения: 5 май 2015.