Юлтый (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Юлтый — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәЮлтый баш.- юлда тыуған тигәнде аңлата[1]
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәДауыт Юлтый (төп исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы; 18 апрель 1896 йыл (ҡайһы бер башҡа мәғләмәттәр буйынса 1893 йыл) — 10 июль 1938 йыл) — хәрби, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан РКП (б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР яҙыусыларының 1-се Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
Фамилиялар
үҙгәртергәЮлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡыытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы[1].РСФСР-ҙың[1].
Топонимдар
үҙгәртергәЮлтый — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы ауылы. Пушкин ауыл советы составына керә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |