Юбилей майҙаны (Новочеркасск)
Юбилей майҙаны — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының тарихи үҙәгендәге майҙандарҙың береһе[1].
Юбилей майҙаны | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Wikidata-coords | |
Новочеркасск | |
Общая информация |
Тарих
үҙгәртергәНовочеркасск ҡалаһының 1906 йылда ҡаланың баш архитекторы В. Н. Куликов төҙөгән планына ярашлы, ҡала төҙөлөшөнөң сиге хәҙерге Первомайский һәм 26 Баку комиссарҙары урамының йоп һанлы яғында тамамланған. Бында Баклан проспектының аҙаҡҡы осо, ә унан әҙ генә ситтәрәк Краснокут сауҡалығы тора. Сауҡалыҡтың төньяҡ сиге хәҙер «Космос» кинотеатры торған ерҙә бөткән. Бындай хәл 1950 йылдарға тиклем булған.
1955 йылда ҡаланан сыҡҡан ерҙә йорт төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Был инженер-мелиорация институты студенттарының ятағы һаналған дүрт ҡатлы бина була. Һуңыраҡ был йорттоң архитектур стиле буласаҡ майҙандың башҡа йорттарын һалыу өсөн өлгө булып торған. 1967 йылда Октябрь революцияһының 50 йыллығы хөрмәтенә майҙан «Юбилей» майҙаны тигән исем ала. Яңы майҙанда киң форматлы «Искра» кинотеатры, «Новочеркасск» ҡунаҡханаһы һәм космонавт Юрий Гагарин һәйкәле (скульпторы — В. Долматов) урынлаша. Һәйкәл ҡуйылыу сәбәпле «Искра» театрының исеме «Космос» исеме менән алыштырыла. 1988 йылда Баклан проспекты һәм Первомайский урамдары мөйөшөндә 14 ҡатлы йорт төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. 2003 йылда был майҙанда ҙур сәскәлектә атаман М. И. Платовҡа һәйкәл ҡуйырға булалар. Уның скульптор Исаков эшләгән моделе лә әҙер була. Буласаҡ монумент урынына «Бында Дон атаманы граф М. И. Платовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ урын» тип ҙур таш өҫтөнә яҙып ҡуялар. Тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында монумент төҙөлмәй ҡала, ә уның урынына Платов бульварындағы Вознесение сиркәүе янында икенсе һәйкәл ҡуйыла.
Юбилей майҙаны транспорт сиселеше булып хеҙмәт итә. Уны тәүлек әйләнәһенә эшләүсе автомагистраль киҫеп үтә, бында трамвай юлы бар. 2013 йылда майҙанда вандалдар зыян килтерә алмаҫлыҡ аттар скульптураһы урынлаштыралар[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://cbs-novoch.ru/kraevedenie/progulki_po_gorodu/ybil.html 2017 йыл 4 март архивланған. Юбилейная площадь
- ↑ http://161.ru/text/newsline/728171.html 2017 йыл 4 март архивланған. На Юбилейной площади в Новочеркасске появились антивандальные кони