Эҫем быуаһы

Силәбе өлкәһенең Әшә районы ҡараған быуа. Еҫем ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә, тәбиғи зонаһында урынлашҡан. Бераҙ ере Башҡортостан Республикаһ

Еҫем быуаһыСиләбе өлкәһенең Әшә районы ҡараған быуа. Еҫем ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә, тәбиғи зонаһында урынлашҡан. Бераҙ ере Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш.

Эҫем быуаһы
урыҫ Симский пруд
Координаты: пропущена долгота
Ил
РайонӘшә районы 
Майҙаны0,3668 км²
Иң тәрән урыны9 м
Уртаса тәрәнлеге4,3 м
Рәсәй<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Точка
Эҫем быуаһы
Силәбе өлкәһе<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Точка
Эҫем быуаһы
 Эҫем быуаһы Викимилектә

1987 йылдың 6 октябренән өлкәнең айырыуса һаҡланыусы объекттары исемлегенә индерелгән.Төбәк әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Ҡала кешеләренең һәм ҡунаҡтарҙың ял итергә яратҡан урыны.

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Эҫем быуаһы 18 быуатта Еҫем йылғаһының үрге ағымында төҙөлгән. Етәксеһе быуалар төҙөү оҫтаһы А. Исаев.

1761 йылда башлап быуа экплуатациялана башлай.

1960 йылдарҙа быуа тимер-бетондан яңыртылып төҙөлгән.

Быуаның үҙенсәлеге шунда:— кеше һәм тәбиғәт тарафынан берлектә булдырылған.

1960 йылдарҙа быуа тимер-бетондан өр-яңынан төҙөкләндереп төҙөлә башлай. 1972 йылда тулыһынса реконструкция үтеп бөтә.

Майҙаны: 0,3668 км²,

иң тәрән урыны:9 метр,

уртаса тәрәнлеге:4,3 метр.

Күләме — 1,09 млн. м³.

Координаталары: N 54° 58.712' E 57° 40.112'

18- се быуатта быуа Еҫем тимер етештереү заводын һыу менән тәьмин итһә, бөгөнгө көндә ҡалалағы барлыҡ сәнәғәт предприятиеларын да тәьмин итә, ҡала халҡы өсөн эсәр һыу сығанағы ла булып тора.

Быуанан өҫтә Еҫем йылғаһын бысрата торған техноген сығанаҡтар юҡ. Шуға һыуы ярайһы уҡ таҙа һәм һалҡын.

Был һаны кәмеһә лә, быуала бәрҙе балығының һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итә

Быуаны ҡуйы-йәшел шыршылар менән ҡапланған бик күп матур ярлаулы текә ҡаялар, ғәжәйеп формалағы тау морондары, тау-таш ҡалдыҡтары менән уратып алған.

Уларҙың иң билдәлеләре — Жуков Шешеге (гора Жукова шишка).

Жуков Шешеге

үҙгәртергә

Был йомро сусаҡ Еҫем ҡалаһының көньяҡ-көнбайыш ҡырыйында, Еҫем быуаһының уртаһында, ярымутрау кеүек урынлашҡан. Өс яғынан да быуа менән уратып алынған.Шуға еҫем йылғаһын күпмелер дәрәжәлә урталай бүлеп тора.

Тауҙың бейеклеге 300 метр тирәһе.

Сусаҡ эзбизташтарҙан тора.Текә битләүҙәренең береһендә ҙур булмаған мәмерйә бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Топоним башҡорттарҙың шеш, шешек ( «опухоль»), мәғәнәһе буйынса урыҫ һүҙе " шишка"ға тура килгән һүҙ менән бәйләнгәндер тип фаразлай Шувалов Н.И.

Урал тауҙары теҙмәһендә Шешек атамаһы менән аталған йомро,конус формаһындағы, айырым ғына урынлашҡандары ла, һырттарҙа тупайып айырылып сығып торған тауҙар бик күп.

Силәбе өлкәһенең Әшә һәм Ҡытау-Ивановск райондарында ғына ла байтаҡ: Высокая Шишка, Круглая Шишка, Кварцевая Шишка, Голая Шишка, дубовая Шишка, Волчья Шишка һәм башҡалар. Шулай уҡ, кеше исеме ҡушып яһалған атамалар бар: Шелывагина Шишка, Федотова Шишка, Фронькина Шишка, Жукова шишка һәм башҡалар.

1770-1771 йылдарҙа уҡ, П. С. Паллас үҙенең яҙмаларында Еҫем заводы эргәһендәге был тау тураһында яҙып ҡалдырған—«кою жители по подобию и назвали Шишка».

Жуков Шешеге — айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекты. Унда реликт шыршылар, аҡ шыршылар, ҡаяларында мөһәбәт ҡарағайҙар үҫә.

Шулай уҡ, бында һирәк үҫемлектәр осрай:

ҡаясатыр (бороздоплодник многораздельный), баҙыҡай (дремлик темно-красный), минуарция Крашенинникова, уймағулән (наперстянка крупноцветковая) , түшәгүлән (подлесник европейский),бөрмәкәй (подмаренник удивительный), кейәү үләне (тимьян двужилковый).

Силәбе өлкәһенең эндемик һәм реликт үҫемлетәре исемендәге ике төр бары бында ғына үҫә — бөрмәкәй (подмаренник удивительный, боронғо флора ҡалдығы, 1927 йылда башлап табылған), кейәү үләне (тимьян двужилковый). .

Тау аҫтында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Әшә халҡына арнап Дан монументы ҡуйылған. Ә уларға арнап ғибәҙәт ҡылған священниктың фамилияһын атамаға ҡушылып, тау Жуков Шешеге тип аталып киткән.

Күлдә сабаҡ, алабуға, суртан,табан балыҡ тереклек итә. Һирәкләп кенә бәрҙе һәм бағыр осрай. Ә ҡыҙыл балыҡ күптән инде быуала осрамай. Һуңғы йылдарҙа быуаға ебәрелгән аҡ амур һәм көмөш һаҙан (тостолобик) һәйбәт итеп үрсем бирә тигән мәғлүмәттәр бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә