Төп менюны асырға

Эш биреүсе

хеҙмәткәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингән юридик шәхес, физик шәхес.

Эш биреүсе — хеҙмәт хоҡуҡиәте субъекттарының береһе. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 20-се статьяһына ярашлы[1], эш биреүсе — хеҙмәткәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингән юридик шәхес, физик шәхес.

Йөкмәткеһе

Эш биреүсе физик шәхес тип танылаларҮҙгәртергә

  • тейешле тәртиптә индивидуаль эшҡыуар булып теркәлгән һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген юридик шәхес ойоштормайынса алып барған физик шәхестәр, шулай уҡ шәхси нотариустар, адвокат кабинеты асҡан адвокаттар һәм һөнәри эшмәкәрлеге федераль закондарға ярашлы дәүләт теркәүе һәм (йәки) лицензиялау үтергә тейешле һәм был эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу маҡсатында хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингән башҡа кешеләр (артабан — эш биреүсе индивидуаль эшҡыуарҙар).
  • шәхси хеҙмәтләндереү һәм йорт хужалығын алып барыуҙа ярҙам алыу маҡсатында хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингән физик шәхестәр (артабан — индивидуаль эшҡыуар булмаған эш биреүсе физик шәхестәр).

Эш биреүсенең хоҡуҡтары һәм бурыстары түбәндәгеләр тарафынан тормошҡа ашырылаҮҙгәртергә

  • эш биреүсе булып торған физик шәхес;
  • юридик шәхестең (ойошманың) идаралыҡ органдары йә уның тарафынан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексы, башҡа федераль закондар һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив акттары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондары һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттары, урынлағы үҙидаралыҡ органдарының норматив хоҡуҡи акттары, юридик шәхестең (ойошманың) ойоштороу документтары һәм локаль норматив акттары билдәләгән тәртиптә вәкәләтлек бирелгән башҡа кешеләр.

Түбәндәге физик шәхестәр эш биреүсе сифатында хеҙмәт договорҙары төҙөргә хоҡуҡлы:Үҙгәртергә

  • гражданлыҡ хоҡуҡи һәләтлелегенең тулы күләменә эйә булған ун һигеҙе йәше тулған кешеләр, шулай уҡ ун һигеҙ йәше тулмаһа ла, гражданлыҡ юридик һәләтлелеген тулы күләмендә алған көндән башлап;
  • үҙ аллы килемгә эйә булған ун һигеҙ йәше тулған, ләкин суд менән юридик һәләтлелеге сикләнгән физик шәхестәр, бағыусыларының яҙма ризалығы менән үҙҙәрен хеҙмәтләндереү һәм йорт хужалығын алып барыуҙа ярҙам алыр өсөн хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт договорҙары төҙөргә хоҡуҡлы;
  • үҙ аллы килемгә эйә булған ун һигеҙ йәше тулған, ләкин суд менән юридик һәләтһеҙ тип табылған физик шәхестәр исеменән уларҙың опекундары был физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү һәм йорт хужалығын алып барыуҙа ярҙам алыр өсөн хеҙмәт договорҙары төҙөй ала;
  • ун дүрттән ун һигеҙ йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар, гражданлыҡ хоҡуҡи һәләтлелегенең тулы күләменә эйә бәлиғ булмағандарҙан тыш, үҙҙәренең хеҙмәт хаҡы, стипендияһы, башҡа килемдәре булһа һәм законлы вәкилдәренең (ата-әсәһе, опекундары, бағыусылары) яҙма рөхсәте менән хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт договорҙары төҙөй ала.

Эш биреүсенең хоҡуҡтарыҮҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 22-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, эш биреүсе түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:[2]

  • Хеҙмәт кодексы, башҡа федераль закондар менән билдәләнгән тәртиптә һәм шарттарҙа хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт договорҙары төҙөргә, уларҙы үҙгәртергә һәм өҙөргә;
  • коллектив һөйләшеүҙәр алып барырға һәм коллектив договорҙар төҙөргә;
  • намыҫлы, һөҙөмтәле эш өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләнерергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙән уларҙың хеҙмәт бурыстарын үтәүен һәм эш биреүсенең мөлкәтенә (шул иҫәптән эш биреүселә булған һәм һаҡлығы өсөн ул яуаплы булған сит кеше мөлкәтенә), шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең мөлкәтенә һаҡсыл ҡарашта булыуын, эске хеҙмәт тәртибен күҙәтеүен талап итергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙе Хеҙмәт кодексында һәм башҡа федераль закондарҙа ҡаралған тәртиптә дисциплинар һәм матди яуаплылыҡҡа тарттырырға;
  • локаль норматив акттар ҡабул итергә (индивидуаль эшҡыуар булмаған эш биреүсе физик шәхестәрҙән башҡа);
  • үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында эш биреүселәр берекмәләрен ойошторорға һәм уларға инергә.

Эш биреүсенең бурыстарыҮҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 22-се статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы, эш биреүсе бурыслы:

  • хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡ акттарҙы, локаль норматив акттарҙы, коллектив договор, килешеүҙәр һәм хеҙмәт договорҙары шарттарын үтәргә;
  • хеҙмәткәргә хеҙмәт договорында ҡаралған эште бирергә;
  • хеҙмәтте һаҡлауҙың дәүләт норматив талаптарына ярашлы хеҙмәт хәүефһеҙлеген һәм хеҙмәт шарттарын тәҡдим итергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт бурыстарын үтәү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, ҡоралдар, техник документация һәм башҡа саралар менән тәьмин итергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙе тигеҙ ҡиммәтле хеҙмәт өсөн тигеҙ түләү менән тәьмин итергә;
  • хеҙмәткәрҙәргә тейешле эш хаҡын тулы күләмдә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексына ярашлы, коллектив договор, эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре, хеҙмәт договорҙары менән ҡаралған мөҙҙәттә түләргә;
  • коллектив һөйләшеүҙәр алып барырға, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт договоры менән билдәләнгән тәртиптә коллектив договор төҙөргә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙең вәкилдәренә коллектив договор, килешеү төҙөү һәм уларҙың үтәлешенә контроллек итеү өсөн кәрәкле тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙе уларҙың хеҙмәт эшмәкәрлегенә туранан-тура ҡағылышы булған локаль норматив акттар менән таныштырып ҡултамғаларын алырға;
  • хеҙмәт ҡануниәтен һәм үҙ эсенә хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын алған башҡа хоҡуҡи норматив акттарҙың үтәлешенә дәүләт күҙәтеүен һәм контролен тормошҡа ашырырға вәкәләте булған федераль башҡарма власть органының һәм тәғәйен эшмәкәрлек өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү функцияларын башҡарыусы башҡа федераль башҡарма власть органдарының фармандарын ваҡытында үтәргә, хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы боҙған өсөн һалынған штрафтарҙы түләргә;
  • профсоюз органдарының, хеҙмәткәрҙәр тарафынан һайланған башҡа вәкилдәрҙең хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын үҙ эсенә алған башҡа акттарҙы боҙоу тураһындағы күрһәтмәләрен ҡарарға, асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса саралар күрергә һәм был органдарға һәм вәкилдәргә күрелгән саралар тураһында хәбәр итергә;
  • хеҙмәткәрҙәрҙең Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында, башҡа федераль закондарҙа һәм коллектив договорҙа ҡаралған формаларҙа ойошмаға идара итеүҙә ҡатнашыуын тәьмин итерлек шарттар тыуҙырырға;
  • хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт бурыстарын үтәү менән бәйле көнкүреш ихтыяждарын тәьмин итергә;
  • федераль закондар менән билдәләнгән тәртиптә хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ социаль страховкалауҙы тормошҡа ашырырға;
  • хеҙмәткәрҙәргә уларҙың хеҙмәт бурыстарын үтәүенә бәйле килтерелгән зыянды түләргә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексы, башҡа федераль закондар һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡи акттары менән билдәләнгән тәртиптә һәм шарттарҙа мораль зыянды ҡапларға;
  • һәр хеҙмәткәрҙең ғәмәлдә эшләгән ваҡытына иҫәп алып барырға;
  • хеҙмәт ҡануниәте һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттар, коллектив договор, килешеүҙәр, локаль норматив акттар һәм хеҙмәт договорҙары менән ҡаралған башҡа бурыстарҙы үтәргә.

Бынан тыш эш биреүсе тейеш:

  • ғәскәри иҫәпте алып барырға (эш биреүсе физик шәхестәрҙән тыш) — «Ғәскәри бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Закон);
  • мотлаҡ дәүләт страховкалауы буйынса (берҙәм социаль һалым) һалым түләүсе һәм килем һалымы буйынса һалым агенты бурыстарын үтәргә, һалымдар түләүҙе һәм декларациялар биреүҙе лә индереп.
  • дәүләт бюджеттан тыш фондтарына идара итеү органдарында теркәлергә.

Айырыуса ҙур эш биреүселәрҮҙгәртергә

2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса донъяның иң ҙур эш биреүселәре:[3]

АҠШ-тың Оборона министрлығы — 3.2 млн кеше
Ҡытай Халыҡты азат итеү армияһы — 2.3 млн кеше
Walmart — 2.1 млн кеше
McDonalds (франчайзинг магазиндарын да индереп) — 1.7 млн кеше
Ҡытайҙың Милли нефть компанияһы — 1,7 млн кеше
Ҡытай Милли электр бүлеү компанияһы — 1,6 млн кеше
Бөйөк Британияның Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте — 1.4 млн кеше
Һиндостан тимер юлдары (2006 йылғы мәғлүмәт) — 1.4 млн кеше
Foxconn — 1,23[4] млн кеше
Рәсәй тимер юлдары (2009 йылғы мәғлүмәт) — 1 млн кеше
Ҡытай Почтаһы — 0.9 млн кеше.

Эш биреүсе асыҡ компаниялар араһында иң ҙурҙарыҮҙгәртергә

2014 йылға ҡарата эш биреүсе асыҡ компаниялар араһында иң ҙурҙары[5]:

  • Wal-Mart Stores (АҠШ) — 2,200,000
  • Hon Hai Precision Industry (Тайвань) — 1,290,000
  • Randstad Holding (Нидерланд) — 595,730
  • Volkswagen Group (Германия) — 572,800
  • PetroChina (Ҡытай) — 544,083
  • Yum! Brands (АҠШ) — 539,000
  • Tesco (Бөйөк Британия) — 537,784
  • Compass Group (Бөйөк британия) — 506,699
  • Deutsche Post (Германия) — 480,006
  • Agricultural Bank of China (Ҡытай) — 478,980
  • ICBC (Ҡытай) — 441,902
  • McDonald’s (АҠШ) — 440,000
  • IBM (АҠШ) — 431,212
  • Sodexo (Франция) — 427,921
  • Gazprom (Рәсәй) — 417,000
  • United Parcel Service (АҠШ) — 395,000
  • Jardine Matheson (Ҡытай) — 390,000
  • Kroger (АҠШ) — 375,000
  • Sinopec (Ҡытай) — 368,953
  • Target (АҠШ) — 366,000
  • Home Depot (АҠШ) — 365,000
  • Carrefour (Франция) — 363,989
  • Siemens (Германия) — 362,000
  • Coal India (Һиндостан) — 357,926
  • China Construction Bank (Ҡытай) — 348,955
  • Toyota Motor (Япония) — 333,498
  • Nestle (Швейцария) — 333,000
  • Hitachi (Япония) — 326,240
  • Finatis (Франция) — 321,386
  • Hewlett-Packard (АҠШ) — 317,500
  • General Electric — 307,000
  • Sberbank (Рәсәй) — 306,123
  • China Telecom (Ҡытай) — 306,545
  • Bank of China (Ҡытай) — 305,675
  • Berkshire Hathaway (АҠШ) — 302,000
  • Panasonic (Япония) — 293,742
  • China Railway Group (Ҡытай) — 289,343
  • EXOR (Италия) — 287,343
  • Metro Group (Германия) — 278,594
  • Tata Consultancy Services (Һиндостан) — 276,196
  • Daimler (Германия) — 275,384
  • Accenture (Ирландия) — 275,000
  • PepsiCo (АҠШ) — 274,000
  • Wells Fargo (АҠШ) — 264,900
  • Lowe’s (АҠШ) — 262,000
  • Hutchison Whampoa (Ҡытай) — 260,000
  • HSBC (Бөйөк Британия) — 254,066
  • JPMorgan Chase (АҠШ) — 251,196
  • Citigroup (АҠШ) — 251,000
  • Onex (Канада) — 250,000
  • Walgreens (АҠШ) — 248,000
  • China Railway Construction (Ҡытай) — 244,523
  • AT&T (АҠШ) — 243,000
  • Bank of America (АҠШ) — 242,000
  • ArcelorMittal (Люксембург) — 232,000
  • Deutsche Telekom (Германия) — 228,596
  • State Bank of India (Һиндостан) — 228,296
  • Nippon Telegraph and Telephone (Япония) — 227,168
  • China Unicom (Ҡытай) — 222,530
  • General Motors (АҠШ) — 219,000
  • China Resources Enterprise (Ҡытай) — 217,000
  • HCA Holdings (АҠШ) — 215,000
  • United Technologies (АҠШ) — 212,000
  • Femsa (Мексика) — 209,232
  • CVS Caremark (АҠШ) — 208,000
  • Sumitomo Electric (Япония) — 206,323
  • Toshiba (Япония) — 206,087
  • Peugeot (Франция) — 204,287
  • Ping An Insurance Group (Ҡытай) — 203,366
  • Veolia Environnement (Франция) — 202,800
  • Wesfarmers (Австралия) — 200,000

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Трудовой кодекс РФ от 30 декабря 2001 года № 197-ФЗ // Собрание законодательства РФ от 07 января 2007 года № 1, (часть 1), ст. 3.
  2. Трудовой кодекс РФ
  3. Defending jobs.
  4. Alexander, Ruth. Which is the world's biggest employer?, BBC (19 марта 2012). 22 август 2013 тикшерелгән.
  5. Global 2000 company  (инг.). Forbes. 12 июнь 2014 тикшерелгән.